Рәсәй Федерацияһы гражданины паспортын алыу һәр йәш кешенең тормошонда иҫтәлекле ваҡиға. Ә бына ҡала тормошонда, уҡыуҙа, спортта, йәмәғәт сараларында әүҙем булған 38 егет һәм ҡыҙҙар өсөн Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығы уңайынан тантаналы рәүештә паспорт алыу ғүмерлеккә иҫтәрендә ҡаласаҡ. Сөнки уларға паспорттарҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең ҙур залында ҡала башлығы Рөстәм Ғәзизов һәм Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығының оператив эш буйынса полиция начальнигы урынбаҫары, полиция подполковнигы Рөстәм Әсәнов тапшырҙы.
Сара Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагтарын сығарыу менән башланды. Һуңынан ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Йәш граждандарға төп документ тураһында ла аңлатып үттеләр, унан һуң ҡулдарына паспорт һәм Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы тапшырылды.