Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Май 2024, 12:31

Быйыл Еңеү салюты булмай

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә хакимиәт башлығының йәмәғәтселек менән  бәйләнеш буйынса урынбаҫары Павел Шорохов  ҡалабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, блогерҙар менән матбуғат кәңәшмәһе уҙғарҙы. Унда ҡаланың йәмәғәт ойошмалары, эшкә урынлашыу, йәштәр проекттары һәм кадрҙар сәйәсәте  мәсьәләләре тураһында һүҙ барҙы. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Павел Николаевичҡа  ошо проблемаларға бәйле һорауҙар бирҙе һәм яуаптар алды.

Быйыл Еңеү салюты булмайБыйыл Еңеү салюты булмай
Быйыл Еңеү салюты булмай

Әйткәндәй, быйыл бындай кәңәшмә беренсе тапҡыр уҙғарылды.
Павел Николаевич Стәрлетамаҡта коммерцияға ҡарамаған секторҙы үҫтереү, граждандар инициативаһы сәғәттәрен үткәреү, махсус операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре менән эш итеү, уларға ярҙам күрһәтеү саралары тураһында һөйләне.

Блогерҙар берләшмәһе вәкилдәре,  ҡала урамдарында электр самокаттары менән йөрөүгә  бәйле, көнүҙәк булып торған теманы күтәреп сыҡты.

Самокаттарҙы юл йөрөү өсөн ҡуртымға алыусылар,  тиҙлек режимын арттырып, үҙҙәренә лә, башҡаларға ла хәүеф тыуҙыралар. Блогерҙар, электр самокаттарында хәүефһеҙ йөрөү тураһында аңлатыу өсөн, йәштәр араһында саралар уҙғарырға тәҡдим итте.
Журналистар ҡалалағы хеҙмәт баҙарындағы хәл һәм эшкә урынлашыу мәсьәләләре тураһында һорауҙар бирҙе.

Павел Николаевичтың һүҙҙәренә ҡарағанда, хеҙмәт баҙарында бөгөнгө ваҡытта химик матдәләр һәм продукттар етештереү производсвоһы хеҙмәткәрҙәре, төҙөлөш, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә, йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларына хеҙмәткәрҙәр талап ителә.

Ҡалала Йәштәр йортон асыу буйынса ла һорау биреүселәр булды. Павел Николаевич әйтеүенсә, Йәштәр йортоноң проекты әҙер һәм дәүләт  экспертизаһы үтеүгә ебәрелгән. Быйыл йәйгеһен төҙөлөш-ремонт эштәре башланасаҡ, тип  планлаштырыла.
Матбуғат кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар яҡын арала ҡалала ниндәй проекттар һәм саралар планлаштырылған, ҡалала коммерцияға ҡарамаған ниндәй ойошмалар бар, махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре ниндәй ярҙам ала –  ошо турала ҡыҙыҡһынды.

Павел Николаевич бөтә һорауҙарға ла тулы яуап бирҙе, ә ҡайһы бер тәҡдимдәрҙе иғтибар үҙәгенә алды.
 Хакимиәт башлығы урынбаҫары 26 апрелдә  үткән матбуғат кәңәшмәһендә Еңеү көнө айҡанлы  салют булмаясағы тураһында ентекләп һөйләне. Әйткәндәй, был турала яңыраҡ оператив кәңәшмәлә лә әйтелгәйне.

Павел Шороховтың һүҙҙәренсә, хакимиәткә Ватан Яугирҙары ғаиләләре комитетынан салют үткәрмәҫкә тигән тәҡдим менән мөрәжәғәт килгән.

  • Нимәгә бәйле? Был хәүефһеҙлек. Логикаһы шундай. Кешеләрҙе сараны уҙғарыу зонаһында ҡалдырмаҫ өсөн, программаны төнгө ваҡытҡаса һуҙмайынса тамамларға кәрәк. Иң мөһиме, салютҡа бүленгән аҡсаны беҙҙең һалдаттарға гуманитар ярҙам ойоштороуға ебәрергә. Июндә беҙ сираттағы  гуматир ылау йыйып оҙатасаҡбыҙ, - тине хакимиәт башлығы урынбаҫары

Ул шулай уҡ, Еңеү көнөндә сараларҙы иртәрәк тамамлау өсөн, байрам программаһы үҙгәртелеүе ихтимал, тип тә өҫтәне.

Роза САФИНА.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас