Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Май 2024, 12:46

Спорт ҡомары ғына түгел

Хәрби кешеләр тигәс тә, әлбиттә, егеттәр һәр ваҡыт яу, ҡорал тураһында ғына уйламай. Төрлө ғәскәр, ведомоство ветерандары берләшеп, матур сараларҙа ла ҡатнашып торалар.

Спорт ҡомары ғына түгелСпорт ҡомары ғына түгел
Спорт ҡомары ғына түгел

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығына арналған, “Ватан” хәрби-патриотик ойошмаһы күсмә кубогы өсөн мини-футбол буйынса турнир тамамланды. Был ваҡиға спорт байрамы ғына булып ҡалманы, ә беҙҙең атай-олатайҙарҙың ҡаһарманлығы хаҡында ла мөһим иҫтәлек булды.

Турнирҙы  тантаналы асыуҙа РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт Думаһының физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Әмир Хәмитов, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов, “Яңы кешеләр” сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Андрей Касьянов ҡатнашты. 

Командалар бер нисә көн дауамында уйындың юғары кимәлен,  еңеүгә ынтылыштарын һәм оҫталыҡтарын күрһәтте. Һәр матч матур голдар һәм көтөлмәгән боролоштар һәм хис-тойғоларға бай булды. Көйәрмәндәр үҙҙәренең командаларын ҡеүәтләп, ысын спорт байрамы атмосфераһын булдырып  ебәрҙе.

Финал матчында иң көслө ике команда: “Набат” йәмәғәт ойошмаһы менән “Десант туғанлығы” автономиялы коммерцияға ҡарамаған йәмғиәте  осрашты. “Десант туғанлығы” командаһы турнирҙың еңеүсе тип танылды һәм “Ватан” хәрби-патриотик ойошмаһы күсмә кубогына эйә булды. Икенсе урынды “Набат” командаһы алды, ә Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Танкистар союзы” йәмәғәт ойошмаһы командаһы  бронза призеры булды.

Бөйөк Еңеү иҫтәлегенә арналған турнир – ул спорт ярышы ғына түгел, ә иһә Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған батырҙар рухына хөрмәт күрһәтеү, ватансылыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм спорт рухы кеүек ҡиммәттәрҙе берләштерә.

Р.САФИНА.

Фотолар “Ватан” хәрби-патриотик ойошмаһы сығанаҡтарынан алынды.

Спорт ҡомары ғына түгел
Спорт ҡомары ғына түгел
Спорт ҡомары ғына түгел
Спорт ҡомары ғына түгел
Автор:Роза Сафина
Читайте нас