Атай-әсәйле булып та, етем үҫә
...1933 йылда атаһы Ғәбделхәмит менән әсәһе Гөлсирә репрессияға эләгеп, булған малын, йорт-ҡура тулы ат, һыйыр, һарыҡтарын тартып алып, үҙҙәрен Мурманск яғына алып китәләр. “Беҙҙең мал-тыуарҙы һатып, шул аҡсаға колхозға “полуторка” машина алдылар”, – тип иҫләй әсе яҙмышлы бала сағын ветеран.
Ярай әле Ғәбдрәшиттең уларҙың балаһы икәнен белмәй ҡалалар, шулай итеп, уны атаһының бер туған ағаһы Ғәбделхалиҡ бабаһы ҡарап үҫтерә. “Ғәбделхалиҡ бабайым бик динле кеше булды. Өсәр ай ураҙа тотто. Бик күп доғаларҙы, “Йәсин” һәм башҡа оҙон сүрәләрҙе яттан белде”, – тип хәтер ебен тағата Ғәбдрәшит ағай.
4 класты ауылда уҡып бөткәс, Ғәбдрәшит 5-се класҡа Стәрлеләге 1-се мәктәпкә уҡырға бара, тик уҡыуын артабан дауам итергә тура килмәй.
– Атай менән әсәй ун йылдан һуң Мурманскиҙан ҡасып ҡайтты, аҙаҡ, сәйәси золом ҡорбандары булыуҙарын раҫлап, аҡланылар, тик һуң ине инде...
“Япония менән һуғышҡа әҙерләнеләр”
1944 йылдың декабрь айында ун ете йәшлек Ғәбдрәшитте армияға алалар.
– “Иҫке Өфө”лә землянкала ике полк йыйылды. Унда сержант часына эләктем, уҡыныҡ. 9 Майҙы Өфөлә үткәрҙек. 1945 йылда Бөйөк Ватан һуғышы бөттө. 11 майҙа беҙҙе, 1600 кешене станцияла төшөрөп, Алыҫ Көнсығышҡа оҙаттылар. Япония менән һуғышҡа әҙерләнеләр. Монголияла сыҙап торғоһоҙ эҫе, 50-55 градусҡа етә. Аттар ауа башланы. Өҫтәренә аҡ материал ябып ҡотҡарҙылар. Эсергә һыу юҡ, уймаҡҡа һалып ҡына ауыҙҙы сылаттыҡ. Сарсағас, вещмешоктағы аҙыҡты ашап булмай. Манчжурия буйына алып киттеләр. Унда һыу бар, шунда ғына асыҡтыра башланы, “кукурузник” ҙур киҫәкле шәкәр ташлап китә, шул шәкәр менән өс көн йәшәнек. Шунан Порт-Артурға барып еттек, – тип һөйләп китте ул хәрби хеҙмәт юлын.
Ғәбдрәшит ағай хәтере яҡшы булыуы менән хайран итте. Һуғыш хәтирәләрен сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Һәр корпустың исемен, полктың һанын, ҡайһы айҙың ҡайһы көнөндә ҡайҙа булғандарын яҡшы хәтерләй.
– Ҡытайҙа 17-се гвардия дивизияһында 48-се полкта хеҙмәт иттем. Беҙҙең миномет ротаһы ине. Иҫкергән балыҡ ашап ағыуландыҡ, ашҡаҙанды шланг йоттороп 33 мәртәбә йыуҙырҙылар, – тип дауам итә һуғыш хәтирәләрен ҡарт һалдат.
1951 йылдан бирле намаҙҙа
Шулай итеп, ете йыл хеҙмәт иткәндән һуң, 1951 йылдың июль айында ғына ҡайтып етә ул тыуған яғына. – Ҡайтыу менән эш эҙләй башланым. Ул саҡта Стәрлетамаҡ өлкә үҙәге ине, өлкә дәүләт банкына келәт (склад) мөдире итеп эшкә алдылар. Тик, өлкә банкы бөтөрөлөү сәбәпле, эштән китергә тура килде.
1954 йылда Ғәбдрәшит Әһлиуллин Стәрлетамаҡтағы “Заготконтора”ға эшкә бара, унда 33 йыл эшләп, 1987 йылда хаҡлы ялға сыға. “Стәрлетамаҡҡа ат менән йөрөп эшләнем, бер сәғәттә барып етә инем. Стәрлетамаҡ районының Рязановка, Күсәрбай, Рыбкино һәм башҡа ауылдары буйлап итен, тиреһен, йөн, ҡағыҙ, сепрәк-сапраҡ, һөйәк – барыһын да йыйҙым, ҡайҙа эшләһәм дә алдынғылыҡты бирмәнем, алға ҡуйылған планды арттырып үтәй инем”, – тип хәтер ебен һүтә ул һуғыш йылдарынан һуңғы тормошон барлап.
Хаҡлы ялда тиһәк тә, бер ҡасан да ҡул ҡаушырып ултырмаған ул. 2003 йылда ауыл халҡы кәңәшләшеп, Талас ауылында мәсет һалырға ҡарар итә. Мәсет урынын ауыл уртаһынан билдәләп, утыҙ-ҡырҡ кеше йыйылып, һарыҡ алып, ҡорбан салып мәсеттең нигеҙ ташын һалалар. 2005 йылда мәсет төҙөлөп бөткәс, мәсет асҡысын Ғәбдрәшит ағайға тапшыралар. Шулай итеп, ул Талас ауылы мәсетендә ун ике йыл имам-хатип була. Бик күп йылдар никах уҡыу, йыназа намаҙы уҡыу, мәйет йыуыу кеүек изге эштәрҙе башҡара. “Аллаһҡа шөкөр, 1951 йылдан бирле намаҙҙамын, әле лә намаҙҙарымды ҡалдырғаным юҡ ти, – ти ул. – Барлыҡ мөьмин-мосолмандар өсөн уҡыйым. Тик үҙемә хажға барырға насип булманы”.
Ғәбдрәшит ағай Стәрлетамаҡтағы “Мөхәммәтсәлим” мәсетенә нигеҙ һала башлауға ла фатихаһын бирә. Ошо уңайҙан мәсет эргәһендәге яланда тәүге тапҡыр былау бешерәләр. Ә бөгөн, күреүебеҙсә, был йола йыл һайын дини байрамдарҙа бер ҡорға йыйылып, үҙенә меңдәрсә кешене йыйған матур традицияға әүерелгән.
Әйткәндәй, ошо мәсетте төҙөүҙең башында торған Салауат Яппаровтың ҡартатаһы Мөхәммәтсәлим Зариф улы Әһлиуллин хөрмәтенә, мәсеткә “Мөхәммәтсәлим” исеме бирелгән.
Әлхәмдүлилләһ, хөрмәтле аҡһаҡал “Мөхәммәтсәлим” мәсетен асыу тантанаһында изге хәйер-фатихалары менән доға ҡылып, йөрәктәрҙе елкендерлек итеп сығыш яһаны!
Һаман да руль артында
98-се йәше менән барған ветеран әле булһа машинаһына ултырып елдереп йөрөүе менән дә ғәжәп итә! Водитель танытмаһын ул 1980 йылда, 53 йәшендә ала. “Бер көн дә уҡырға барманым. Ҡырҡ һорауға яуап бирергә кәрәк ине, шулай итеп, имтиханды еңел генә тапшырҙым, шунан бирле әле лә руль артында”, – ти Ғәбдрәшит ағай ҡәнәғәт йылмайып.
Әһлиуллиндар йәмәғәте Хәжәр Ғабрахман ҡыҙы менән етмеш йыл донъя көтөп, алты бала – бер ул, биш ҡыҙ (Рәшиҙә, Рәйхан, Роза, Мәрйәм, Нурия) үҫтергәндәр. Әле улдары Ғәбделхәй менән бергә йәшәйҙәр. Бергә тиһәң дә, дөрөҫөрәге, йәнәшәлә генә, һәр кем үҙ өйөндә йәшәй. “Аллаға шөкөр, ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ярҙам итеп, хәл белешеп тора”, – ти улар бер тауыштан.
Оҙаҡ йәшәүҙең сере ошо йәшендә лә теремек, иман юлында булыуҙалыр, тим. Хәтере яҡшы, зиһене яҡты йөҙйәшәр Ил ағаһының. Бына шулай, бер китапҡа ла һыймаҫлыҡ бай тормош юлы үткән Аҡһаҡал! Талас ауылының, Стәрлетамаҡ районының ғына түгел, Башҡортостаныбыҙҙың ғорурлығы бит ул! Күҙҙәр генә теймәһен был матур, һәр яҡтан үрнәк булырлыҡ ғаиләгә, йәшәгеҙ әле матур пар булып, хөрмәтле Ғәбдрәшит ағай, Хәжәр апай!
Роза САФИНА.
Стәрлетамаҡ районы.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.