Бик күп ҡорбандар, ҡан менән яулап алынған Еңеү беҙгә еңел бирелмәне – миллиондарса кешенең ғүмере өҙөлдө һәм һуғыштан һуңғы емереклектәрҙе тергеҙеү. Әммә халҡыбыҙ тағы ла берҙәмерәк һәм көслөрәк булып китте. Үҙҙәренең хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтары менән Еңеүҙе яҡынайтҡан һәм илде аяҡҡа баҫтырған һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш балалары алдында түбәнселек менән баш эйәбеҙ һәм сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Ваҡыт бәйләнеше һәм быуындар күсәгилешлеге бөгөн бигерәк тә көслө. Беҙгә яңынан тыныслыҡ һәм ғәҙеллек хоҡуғын яҡларға тура килә. Һәм Еңеү, алыҫ 1945 йылдағы һымаҡ, беҙҙең ҡулда буласаҡ, сөнки бөгөнгө быуын ҡаһарман ветерандарыбыҙҙың өлгөләрендә тәрбиәләнгән.
Хөрмәтле Стәрлетамаҡ халҡы, ошо байрам көнөндә һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, именлек һәм аяҙ күк йөҙө тип теләйем! Байрам менән! Бөйөк Еңеү көнө менән!
Рөстәм Ғәзизов,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.