Һуғыш ҡатын-ҡыҙҙар эше түгел, тиһәләр ҙә, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бөтөнләй улай булмаған. Һуғыш Тыуған ил өсөн ирҙәр менән бер ҡатарҙан һуғышып, батырлыҡ һәм патриотлыҡ өлгөһө булып торған ҡатын-ҡыҙҙарҙың ысын йөҙөн күрһәтте.
1942 йылдың майында Башҡортостандан үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына алынған ҡыҙҙарҙы тейәгән тәүге эшелон фронтҡа китә. Ҡыҙҙар, комсомол саҡырыуы һәм йөрәк ҡушыуы буйынса, Ватанды һаҡларға юллана. Улар һуғыштың ни икәнен дә белмәйенсә фронтҡа китә. Частҡа килеп етеү менән Стәрлетамаҡ ҡыҙҙарының ҙур төркөмөн һауа һөжүменән һаҡланыу өсөн 82-се айырым зенит-артиллерия дивизионына ебәрәләр. Сафҡа теҙелеп баҫҡан ҡыҙҙарҙың ниндәйе генә булмай: оҙоно ла, бәләкәйе лә, йыуаны ла, сибеге лә, оҙон толомлоһо ла, ҡыҫҡа сәслеһе лә... Шулар араһында Любовь Ионова ла була, ул да, башҡалар һымаҡ бында тик бер теләк менән килгән: илебеҙгә һөжүм иткән дошманды тар-мар итеүҙә ҡатнашырға. Йәш яугир курсын тиҙ үтә, илде фашизмдан һаҡларға ант бирә. Уны дивизиондың элемтә взводына хеҙмәт итергә ебәрәләр. Элемтәсе һөнәренә уҡып, Любовь Ионова эштең айышына тиҙ төшөнөп ала.
Любовь Ивановна һөнәре буйынса уҡытыусы, Стәрлетамаҡта педагогия училищеһын тамамлаған. 1936 йылдан Стәрлетамаҡ районы мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. Яҙыуы бик матур булғанлыҡтан, уны һуғыштағы төп эшенән тыш, штаб документацияһын тултырыу эшенә лә ҡушалар.
1942 йылдың 23 авгусында ҡаланы дошман авиацияһы бомбаға тота, самолеттар шул тиклем ныҡ күп була, улар күк йөҙөн болот һымаҡ ҡаплай, ә төшкә табан Сталинград янында дошман танктары килеп тула. Шул саҡта дивизиондың команда пунктында телефонистка булып эшләгән Любовь Ионоваға еңел булмаған ролде үтәргә тура килә.
Уға зыянды бөтөрөү һәм штабтың батареялар менән өҙлөкһөҙ бәйләнешен тәьмин итеү өсөн йыш ҡына алғы һыҙыҡҡа сығырға тура килә.
Бомбалар һәм снарядтар гөрһөлдәүе аҫтында сым катушкаһын тартыу, өҙөклөктәрҙе бөтөрөү еңел булмай. Эште аныҡ һәм таһыллы башҡарыуы менән айырылып торған ҡыҙ беҙҙең һалдаттарға һуғышта уңыштар килтерә.
Сталинград һуғышы бик ғәрәсәт була: бомбалар, снарядтар, миналар шартлауы, ут ялҡыны һәм төтөн аҫтында – һуғыш тамуғында шулай сыныға кешеләр. Был тамуҡтан иҫән сыҡҡандар, ҡорос утта нисек сыныҡһа, шулай сынығалар.
Еңеү көнөнәсә – 1945 йылдың 9 майына тиклем яу юлдары буйлап атлай Любовь Ивановна. Тыуған ил алдындағы хеҙмәттәре өсөн ул II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «Сталинградты обороналаған өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары, маршал Жуков миҙалы һәм башҡа юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.
Һуғыштан ҡайтҡас, Любовь Ивановна ВЛКСМ-дың район комитетында инструктор булып эшләй. 1946 йылда тормошҡа сығып, районға күсеп китә. 1947 йылда Яңы-Краснояр һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы була. Ә 1966 йылда сәләмәтлеге насарайыу сәбәпле, яңынан Стәрлетамаҡҡа күсеп килә. Бында ул ҡала башҡарма комитетының архив бүлегенә эшкә урынлаша. Архивариус булла. Бик тыныс, шул уҡ ваҡытта мөһим һәм кешеләргә кәрәкле һөнәр. Был эште үҙләштергәндән һуң, ул архив мөдире була. Үҙенең эшмәкәрлегенә күп көс һәм хеҙмәт һала. Яҡшы эшләгәне өсөн күп тапҡырҙар ҡала башҡарма комитеты етәкселеге тарафынан да, Башҡортостандың баш архив идаралығы тарафынан да хеҙмәте юғары баһалана.
Любовь Ивановна ҡалалағы предприятиелар һәм учреждениеларға, атап әйткәндә, Ленин исемендәге Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводына, күн-аяҡ кейемдәре комбинатына, ҡала судына һәм башҡа сығанаҡтарға архив эшен ойошороуҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ул һәр ваҡыт үҙ эшен яҡшы белгән, алдына ҡуйылған бурысты үтәй белгән, үҙ эшенә тулыһынса бирелгән, һуғышта сыныҡҡан һалдат булып ҡала.
Р.САФИНА.
Фото Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте архив бүлегенән алынды.