Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
16 Май 2024, 12:31

Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы киңәйтелгән йыйылышына йыйылды.

Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы киңәйтелгән йыйылышына йыйылды.Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы киңәйтелгән йыйылышына йыйылды.
Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы киңәйтелгән йыйылышына йыйылды.

Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы киңәйтелгән йыйылышына йыйылды. Ҡала шарттарында башҡорт мөхитен үҫтереү, балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеү, йәштәр хәрәкәттәре, мәҙәни саралар, милли спорт төрҙәрен тергеҙеү, гранттарҙа ҡатнашыу һәм башҡалар тураһында әңгәмә ҡорҙо милләттәштәр. Йыйылышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты вәкилдәре Азат Ярмуллин, Азат Бердин, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов, мәғариф бүлеге начальнигы Йыһанғир Ишбаев сәләмләне һәм үҙ докладттары менән сығыш яһаны. Эшләнгән эштәр ҙә байтаҡ, быға Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡоролтайы рәйесе - Ләйсән Йәркәй ҡыҙы Йосопованың һуңғы биш йылда атҡарылған эштәр тураһында байҡау яһаған ваҡытта һәр кем инанды. «Етегән» байрамы, «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсы, «Йөрәк һүҙе. Стәрлетамаҡ» саралары ҡала ғына түгел республика һәм күрше төбәктәрҙә лә яңғырап торҙо. Эшкә өлкәндәр генә түгел, ошо йылдарҙа булдырылған “Йәштәр ҡоролтайы”, “Балалар ҡоролтайы” ағзалары ла ҡушылып китте.
Үҙ һүҙен урындағы ҡоролтай ағзалары ла тотто. Филология фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы Илешева Рәйсә Хәким ҡыҙы «Заман шарттарында юғары белемле кадрҙар әҙерләү», Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Собханғолова Гөлдәр Салауат ҡыҙы «Сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек күпере», «Ашҡаҙар» гәзите баш мөхәррире, Стәрлетамаҡ ҡала Советы депутаты Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы «Ашҡаҙар» гәзите биттәрендә – ҡала башҡорттары мөхите», физика-математика фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филалы доценты, Стәрлетамаҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәт ойошмаһы рәйесе Зөлфиә Абдулхай ҡыҙы Йәғәфәрова «Стәрлетамаҡ ҡалаһы йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеге!» тураһында бәйән итте.
Йыйылыш ваҡытында, быйыл үтәсәк Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезына делегаттар һайлау ҙа ойошторолдо.
Дәртле башҡорт йырҙары, бейеүҙәре менән дә үрелеп үтте йыйылыш, сәхнәне республикабыҙҙа һәм илебеҙҙең күп төбәктәрендә танылған «Ашҡаҙар» башҡорт эстрада-фольклор төркөмө биҙәне. Ә Ҡурайсыбыҙ Динар Абдуллин башҡорт халҡының гимны тип аталған «Урал» халыҡ көйөн уйнап сараға патриотик рух та индерҙе.

Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы киңәйтелгән йыйылышына йыйылды.
Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы киңәйтелгән йыйылышына йыйылды.
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас