Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
19 Май 2024, 04:00

Стәрлетамаҡта Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы еңеүселәрен һәм призерҙарын тәбрикләнеләр

Стәрлетамаҡта Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы еңеүселәрен һәм призерҙарын тәбрикләнеләрСтәрлетамаҡта Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы еңеүселәрен һәм призерҙарын тәбрикләнеләр
Стәрлетамаҡта Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы еңеүселәрен һәм призерҙарын тәбрикләнеләр

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә «Мәғариф»милли проекты сиктәрендә йыл һайын ойошторолған "Уҡыусылар даны" байрамы үтте. Тантаналы шарттарҙа Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының муниципаль, төбәк һәм йомғаҡлау этаптары еңеүселәрен һәм призерҙарын, шулай уҡ уларҙың педагогтарын, остаздарын һәм ата-әсәләрен тәбрикләнеләр.

- Һеҙ ысынлап та үҙегеҙҙың тырышлығығыҙ менән был сараға саҡырылыуға лайыҡлы. Ҡалабыҙҙа шундай матур йәштәр булыуы менән ғорурланабыҙ. «Һәләтле балалар» ҡала йыйынтығының йылдан-йыл тулылана барыуы ҡыуаныслы, был үҫеш барлығын күрһәтә, - тип билдәләне Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев.

Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы һөҙөмтәләре буйынса бөтә фәндәрҙән дә күрһәткестәр арта. Былтыр төбәк этабында - 154, быйыл 199 уҡыусы быға ирешкән. Һуңғы этапта бер еңеүсе һәм ете призер булыуы асыҡланды.

Бүләкләү тантаналары араһындағы тәнәфестәрҙә бейеү һәм вокал номерҙары менән ҡаланың ижади коллективтары сығыш яһап сараны биҙәп торҙо.

#национальныепроекты #нацпроект

 

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас