– «Аҡ тирмә» – ул беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы саҡырып, ҡор йыйыу, осрашыу урыны. Борондан халҡыбыҙ тирмәлә йыйылып, кәңәш ҡорған, күңел асҡан. Ысынлап та, «Аҡ тирмә» һәләтлеләрҙе йыйҙы, йыр-бейеүҙән, шиғри һүҙҙән, музыкаль сығыштарҙан торған ижади ҡорға әүерелде. Стәрлетамаҡ таланттарға бай ҡала! Киләсәктә лә бәйгелә ҡатнашыусылар һаны артһын, бәйге дауамлы булһын тип һәм дә ижади уңыштар теләге килә! Сөнки сәнғәт кешене байыта ғына!
Нәсимә СОБХАНҒОЛОВА, нәфис һүҙ оҫтаһы һәм театраль сәхнәләштереү номинацияһы буйынса жюри ағзаһы:
– Бәйге үҫеш алған, сифаты үҫкән, абруйы артҡан. Йылдан-йыл үҫешә килә. Иң ҡыуандырғаны шул: балалар башҡорт телендә саф, әҙәби телдә сығыш яһанылар. Улар әҫәрҙе ятлап ҡына ҡалмаған, әҫәрҙе аңлап, уйкисерештәрен ҡушып һөйләйҙәр. Башҡорт телен аңлы кимәлдә ҡабул итеүҙәре ҡыуандырҙы. Тимәк, был балалар өйҙә иркен һөйләшә, башҡорт теле уҡытыусыларының да хеҙмәте күренеп тора. Гөлшат Әүхәҙи ҡыҙы етәкселегендәге берҙәм команда барыһын да урын-еренә еткереп эшләгән.
Алһыу ТАТЛЫБАЕВА, Гран-при яулаусы, Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһының 7-се класы уҡыусыһы (һүрәттә):
– Был конкурста быйыл 2-се тапҡыр ҡатнаштым. Конкурс бик оҡшаны, ойоштороусыларға рәхмәт. Үҙем бала саҡтан туған тел, тыуған ил тураһында шиғырҙарҙы яратып һөйләйем. Ҡала кимәлендә, республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа әүҙем ҡатнашам. Был юлы Шәйехзада Бабичтың «Ситлектәге һандуғас янында» шиғырын һөйләнем. Шиғыр 1917 йылда яҙылған, ошо шиғырҙа ил яҙмышы сағылған. Етәксем Лилиә Ғәйнислам ҡыҙына рәхмәт. Шулай уҡ, мине һәр вакыт ҡанатландырып, дәртләндереп, илһамландырып тороусы атай-әсәйемә рәхмәтлемен. Тағы ла илһөйәрлек, телһөйәрлек тарбиәләгән гимназияма ҙур рәхмәт!
Р.САФИНА фотолары.