Йыл һайын был фестивалдә Стәрлетамаҡтың 25-тән ашыу мәктәптәренән уҡыусы балалар ҡатнаша. Улар “Иң шәп башҡорт бейеүе”, “Иң шәп башҡарыусы”, “Эрудиттар конкурсы”, “Башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәре буйынса иң яҡшы сәхнә тамашаһы” һәм башҡа номинацияларҙа ярыша. Шуныһы һөйөнөслө, башҡа милләттән булған балалар ҙа ҙур теләк менән башҡортса йырлап, бейеп, шиғыр һөйләп хайран итә!
Башҡорт теленең даирәһен киңәйтеүгә һәм балаларҙың ижади һәләтен үҫтереүгә төбәлгән конкурс, ысынлап та, хәҙер ун йыл рәттән уҙғарылып килә һәм ул матур традицияға әйләнде. Ун йыл ваҡыт, бер ҡарағанда, әллә ни күп ваҡыт түгел һымаҡ. Ә бит уйлай китһәң, ошо йылдар эсендә күпме ғүмер үткән, һыуҙар аҡҡан, ваҡиғалар булған һәм йәш таланттар асҡан ул конкурс!
Әйткәндәй, пандемия сикләүҙәренә бәйле, “Аҡ тирмә” фестивале өс йыл рәттән – 2020, 2021, 2022-се йылдарҙа онлайн форматта уҙғарылды. Шөкөр, фестиваль хәҙер яңынан зал тулы тамашасы йыйып, гөрләп үтә.
“Һәр бер үткән ваҡиға – үҙе тарих. Беҙҙең “Аҡ тирмә”нең дә үҙ тарихы бар”, – тине сараны алып барыусы балалар. “Аҡ тирмә”нең барлыҡҡа килеү тарихы иһә бынан бер нисә йыл элек Стәрлетамаҡ уҡыусыларының Баймаҡ районында уҙғарылған “Урал батыр” республика конкурсына барып тоташа. Ошо конкурста ҡатнашып, әҫәрләнеп ҡайтҡан балалар үҙебеҙҙең ҡалала ла ошондай сара үткәреү хыялы менән яна башлай. Изге ниәтте ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы, 3-сө башҡорт лицей-интернаты коллективы шунда уҡ хуплап, күтәреп ала. Дөрөҫөрәге, Гөлшат Әүхәҙи ҡыҙы менән ул саҡта ҡала мәғариф бүлегендә баш белгес булып эшләгән (әлеге ваҡытта 9-сы урта мәктәп директоры) Нәсимә Хантимер ҡыҙы Ҡасимова бер осрашып һөйләшеп ултырғанда ошо идеяға ҡуҙ өҫтәп ебәрә. Һөҙөмтәлә “Аҡ тирмә” фестивале уҙғарырға ҡарар ителә һәм шунан бирле конкурс, ҡаланың һәләтле балаларын бергә туплап, яңы исемдәр аса.
Конкурста ҡатнашҡан бер бала ла бүләкһеҙ ҡалманы. Әлбиттә, конкурста ҡатнашҡан һәр бала – еңеүсе! Ә бит ошо еңеүҙәр артында балаларҙы конкурсҡа әҙерләүсе етәкселәрҙең оло хеҙмәте ята. Ә инде фестивалдең иң юғары наградаһы – Гран-Приға Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусыһы Алһыу Татлыбаева лайыҡ тип табылды.
Күҙҙәренән нур, йөҙҙәренән дәрт, ихласлыҡ бөркөлөп торған ошо балаларҙың күңелендә башҡорт теленә ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ тойғолары уятыусы остаздарының ауыр ҙа, ҡыҙыҡлы ла эштәрендә уңыштар теләйек. Сараны тел тейгеһеҙ итеп ойошторған Гөлшат Әүхәҙи ҡыҙы Әхмәтова етәкселегендәге 3-сө башҡорт лицей-интернаты коллективына афарин тиергә генә ҡала!
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Фотолар 3-сө башҡорт лицей-интернаты архивынан алынды.