Был датаға етәрәк киң мәғлүмәт саралары, рәсми ресурстарҙа, ҡала пабликтарында Ҡала көнөн уҙғарыуға бәйле бөтә мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарасаҡтар.
Элгәрерәк Стәрлетамаҡ хакимиәтендә Ҡала көнөн байрам итеүҙе күсереү объектив сәбәптәр менән бәйле тип хәбәр иткәйнеләр.
“Быйыл Стәрлетамаҡта ҡаланы төҙөкләндереү һәм юлдарҙы йүнәтеүгә бәйле ҙур күләмле төҙөлөш эштәре уҙғарыла. Әле был эштәр актив фазала. Төҙөлгән килешеүҙәргә ярашлы, уларҙың күп өлөшө фәҡәт сентябрҙә тамамлана һәм ҡалабыҙ үҙенең тыуған көнөн матур, яңыртылған күренештә ҡаршылай аласаҡ”, - тип хәбәр иткәйнеләр апрелдә Стәрлетамаҡ хакимиәтенән.
Р.ЗАМАНОВА.