Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
21 Май 2024, 12:10

БАТЫРҘАРЫБЫҘҘЫҢ ДАНЫН КҮТӘРЕП, РУХЫН НЫҒЫТЫП!..

“Беҙ бергә” фестивале 300-ҙән ашыу спортсыны, ижадсыны йыйҙы Гәзит –  тәү сиратта, ҡағыҙ баҫма. Әммә бөгөнгө көндә “Ашҡаҙар” йәмғиәттә ҡала һәм республика кимәлендәге төрлө проекттары аша ла таныш. “Ашҡаҙар” гәзите аллеяһы”, “Ашҡаҙар” гәзите стипендияһы”, “Ашҡаҙар” гүзәле” һәм башҡалар. Бынан тыш бер нисә йыл дауамында беҙ Көрәш буйынса асыҡ ҡала турниры, шахмат буйынса шундай уҡ турнир ойоштороп киләбеҙ. Ә быйыл иһә махсус хәрби операция батырҙарына арналған һәм “Ашҡаҙар” гәзите приздарына “Беҙ бергә” спорт-мәҙәни фестивале ойошторолдо. Сарала махсус хәрби операцияла һәләк булыусыларҙың яҡындары һәм ундағы хәлдәрҙе үҙ күҙҙәре менән күргән хәрбиҙәр ҙә ҡатнашты. Әлбиттә, махсус хәрби операция ваҡиғаларын күңелендә  илһөйәрлек, ватансылыҡ хистәре булған һәр кем үҙ йөрәге аша үткәрә. Был фестиваль дә гәзит биттәрендә баҫылған мәҡәләләр эстәлегенән сығып һуғарылған сара булып яралды. Айырыуса, йәшәп тә өлгөрмәгән йәштәрҙең батырҙарса һәләк булыуҙары бәғерҙе телә. Улар хаҡында хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ. Баҫмабыҙ үткәргән сара – бының асыҡ дәлиле. Шул уҡ ваҡытта әлеге мәлдә фронт эсендә йөрөгән яҡташтарыбыҙ бихисап – “Беҙ бергә” улар менән бергә булыуыбыҙға ла ҙур ишара.

 

Мәскәү шағирҙары ла ҡатнашты!

Фестиваль сиктәрендәге тәүге сара – Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһында шағир һәм герой Валентин Волочаев иҫтәлегенә арналған һәм “Ашҡаҙар” гәзите призына шиғырҙар конкурсы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте. Шиғыр конкурсында илле тирәһе ижадсы ҡатнашты. Стәрлетамаҡта йәшәүселәр генә түгел, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Әбйәлил, Ҡыйғы, Салауат, Ғафури һәм башҡа райондарҙан, Өфө, Межгорье ҡалаларынан ебәрелгән. Хатта алыҫ Мәскәү, Липецк ҡалаларынан килгән ине башҡорт, татар һәм рус телдәрендә яҙылған эштәр.

 Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында ҡала округы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге баш белгесе Раушания Күсмәева, Стәрлетамаҡ үҙәк китапханалар системаһы директоры Елена Калюжная, Валентин Волочаевтың тол ҡатыны, “СВОи” Ватан яугирҙары ғаиләләре комитеты етәксеһе Янина Волочаева  һәм  жюри ағзалары – шағир Кәрим Булат менән “Стерлитамакский рабочий” гәзите хәбәрсеһе, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, шағирә Марина Воронова ҡатнашты.

 Валентин Викторович Волочаев Стәрлетамаҡта тыуған, БСК-ла слесарь-ремонтсы булып эшләгән. Ғаилә ҡороп, ҡатыны менән өс бала тәрбиәләгән. Махсус хәрби операция башланғас, үҙ теләге менән үҙ иленең азатлығын һәм мәнфәғәттәрен яҡларға китә. А.Достовалов исемендәге батальонда һуғыша.  Үлгәндән һуң  «Батырлыҡ» ордены менән бүләкләнә.

– Фестивалде ойоштороусылар тап иребеҙҙең, атайыбыҙҙың, улыбыҙҙың, ағайыбыҙҙың ижады менән бәйләүҙәре ҡыуаныслы, – тине Янина Рәшит ҡыҙы. – Махсус хәрби операция башланғас та башта хистәрен, дошманға булған үсен шиғырҙары аша сығарҙы, әммә бер көн йөрәге түҙмәне һәм үҙ теләге менән фронтҡа йүнәлде, – тип күҙ йәштәрен һөрттө тол ҡатын.

Ысынлап та, Валентин тормошта битараф булмаған, үҙен төрлө яҡтан һынап ҡараған кеше була. Тормошто, тәбиғәтте, балыҡ тотоуҙы ярата, йорт төҙөй. Инглиз һәм башҡорт телдәрен өйрәнә, һаңғырау-телһеҙҙәр телен үҙләштерергә тырыша. Уның шиғырҙары аһәңлеге менән айырылып тора. Махсус хәрби операцияға  барырға тигән ҡарар ҙа  уның өсөн осраҡлы түгел. Валентин алғы һыҙыҡта кәрәклегенә, Ватанды һаҡлау уның изге бурысы икәнлегенә бик ышана. Ул көрәштәштәре араһында “Бүре” тип танылыу алған булған.

Хеҙмәттәштәре Валентиндың еңеү өсөн алышта индергән өлөшөн юғары баһалай, ул һуғышҡан рота командирының хәрби машинаһын хәҙер шулай уҡ “Бүре” тип атайҙар. Был хаҡта беҙ уның ҡатыны һөйләгәндәрҙән белдек. Әлбиттә, беҙ яҡташ геройыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм уның тураһында хәтерҙе һаҡлап ҡаласаҡбыҙ.

Бер минут тынлыҡтан һуң жюри ағзалары бүләкләүгә күсте. Еңеүсе авторҙар араһында махсус дипломдар менән Стәрлетамаҡтан күп профилле һөнәри колледж студенты, йәш шағирә  Розалина Латипова (уҡытыусыһы Гөлфиә Ноғоманова), Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенты, йәш шағир Илмир Ҡотлогилдин (уҡытыусыһы Рита Фәткуллина), Магнитогорск металлургия комбинатының слесарь-ремонтсыһы, “Йәйғор” берекмәһе ағзаһы  Марсель Хамматов һәм Ғафури районының  Ватан ауылы старостаһы, билдәле сәсәниә Фәүзиә Ҡотлогилдина,  2-се гиназияның тарих уҡытыусыһы Ольга Ғөбәйҙуллина һәм рәссам Эльвира Степанова бүләкләнде. Ә 29-сы мәктәп уҡыусыһы Герман Егоров (етәксеһе Виктория Пивоварцева) әүҙем тормош позицияһы өсөн диплом менән билдәләнеп, “Һалдаттар батырлығы” тигән йырҙы ла башҡарҙы. Бүләкләнгән  лауреаттар араһында иң йәше – 62-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Динә Ҡотлобаева. Мәскәү хәрби училищеһы курсанты Амур өсөн еңеүсе дипломын уның атаһы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, “Башҡорт” позывнойлы  яугир алды.

– Улым үҙенең “Өйгә хат” шиғырында бөтә хәрби юлымды һүрәтләй, – тине өс тапҡыр яраланған яугир. – Бахмут, Марьинка, Авдеевка – былар барыһы ла минең хәрби биографиямдың биттәре, минең һәм минең хәрби иптәштәремдең… Һуғыш ҡаты бара, беҙ ялланған кешеләр төркөмдәре менән көрәшәбеҙ. Һеҙҙең геройҙарыбыҙ тураһында хәтерҙе бында, тылда һаҡлауығыҙ – беҙҙең өсөн бик мөһим, – тине ул. Әйткәндәй, Азат К. Фестивалдең барлыҡ сараларында ла беҙҙең менән бергә булды. “Беҙгә, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә, халҡыбыҙ менән берҙәм булыуыбыҙ, республиканың ярҙамын тойоу мөһим. Шул иҫәптән, һүҙ, изге теләктәрҙе ишетеп, ниндәйҙер матур ваҡиғалар тураһында белеп тә унда булғанда күңелдәр йомшара, ышаныс арта. Ҡаты яраланған саҡтарҙа ла ошондай мәлдәр тураһында уйланаһың. Шуға был фестиваль, минеңсә, мөһим сара”, – тигән фекере менән бүлеште ул фестиваль аҙағында.

Конкурсҡа килгән махсус хәрби операцияға арналған шиғырҙарҙы ишеткәндә халҡыбыҙҙың егеттәребеҙ өсөн ни тиклем ихлас боросолоуын, ярҙам итергә әҙер тороуын аңлайһың. Көрәш буйынса турнирҙа йәш малайҙарҙың көрәшеп йөрөүен күреп, киләсәгебеҙҙә яҡшы егеттәр сығырына өмөтләнеп ҡуйҙым, шахмат буйынса турнир иһә йәштәрҙе зирәклеккә лә, ватансылыҡҡа ла өйрәтте, миңә ҡалһа.

Ғафури районы сәсәниәһе  Фәүзиә Ҡотлогилдина үҙҙәренең нисек итеп махсус хәрби операцияһына ярҙамы тураһында һөйләне. Улар ауылдаштары менән бергә фронт өсөн маскировка селтәрҙәрен бәйләй. Күптән түгел улар гуманитар йөк менән бергә фронт зонаһына 37 селтәр ебәргән. Был хаҡта ул үҙенең шиғырында ла һүрәтләй. Ольга Ғөбәйҙуллина – 2-се гимназия педагогы һәм Валентин Волочаевтың мәктәп партаһы урынлашҡан музей етәксеһе, ул  үҙенең шиғырын ошо геройға арнаны.

Баҫмабыҙҙың баш мөхәррире Рәмил Мансуров “Беҙ бергә!” фестивале партнерҙарына, шул иҫәптән “Березка” шифахана-профилакторийының башҡарыусы директоры Олег Гәрәевҡа һәм “Галактика” үҙәге хеҙмәткәре Светлана Зөбәйероваға рәхмәт хаттары тапшырҙы. Геройҙың тол ҡатыны Янина Волочаева, «Ашҡаҙар» гәзитенең даими яҙылыусыһы Гөлзиә Ғәйетова һәм шиғри конкурста иң йәш ҡатнашыусы Динә Ҡотлобаева “Березка” шифаханаһына бассейнға барыу өсөн сертификаттарға лайыҡ булды.

– Беҙ был фестивалдә өс төрлө йүнәлештәге сараларҙы осраҡлы берләштермәнек: кеше физик яҡтан, ижад буйынса һәм аҡыл (интеллект) йәһәтенән үҫешергә тейеш, сарала йәш быуын вәкилдәре күпләп ҡатнашыуын иҫәпкә алып, ошолай төрләндерҙек, – тип һөйләп китте Рәмил Ғәбдрәшит улы фестивалдең эстәлеге хаҡында.

Әйткәндәй, һәр бүләкләнеүсе сәхнә түрендә конкурсҡа ебәргән шиғырынан өҙөк һөйләп үтте. Был ихлас күңелдән яҙылған юлдарҙа батырҙарыбыҙға булған барлыҡ хистәр, рәхмәт һүҙҙәре, ғорурлыҡ яңғыраны һәм ул һүҙҙәр конкурстың мәғәнәһен тағы ла көсәйтеп ебәрҙе.

 

Көрәшселәр һынатманы

“Ашҡаҙар” гәзите редакцияһы ойошторған “Беҙ бергә” спорт-мәҙәни фестивале, геройҙар тураһында хәтерҙе һаҡларға һәм йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүгә булышлыҡ итергә маҡсат ҡуйып, өс көн дауам итте, унда өс йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Фестиваль программаһына шулай уҡ көрәш буйынса спорт турниры һәм махсус хәрби операция  геройы һәм шахматсы Тимур Фадеев иҫтәлегенә асыҡ ҡала шахмат турниры индерелде. Икенсе көндө иһә сара бөгөнгө фронтта алышҡан махсус хәрби операция геройҙарына арналған “Ашҡаҙар” гәзите кубогына көрәш буйынса асыҡ ҡала турниры үтте. Республика көрәшселәре Стәрлетамаҡ физик культура, идара һәм сервис колледжында йыйылды. Фестиваль сиктәрендә  Стәрлетамаҡ ҡалаһы  хакимиәте, Стәрлетамаҡ физик культура колледжы, “Юрматы” көрәш клубы һәм физик культура һәм спорт буйынса комитет, “Ватан” хәрби-патриотик ойошмаһы, Ватан яугирҙары ғаиләләре комитеты вәкилдәре ҡатнашты. Ә кубок өсөн иһә Стәрлетамаҡ, Өфө, Күмертау, Ишембай ҡалаларынан, Стәрлебаш, Миәкә, Күгәрсен, Ауырғазы райондарынан 100-ҙән ашыу көрәшсе бил һынаны. Сарала Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов, ҡала округы Советы депутаттары, махсус хәрби операция геройҙары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен күтәрҙе.

– Стәрлетамаҡ ҡалаһы халҡы геройҙарын хәтерҙә данлай, әлеге мәлдә яуҙа булғандарҙы ярҙамдан өҙмәй. “Ашҡаҙар” гәзите башлаған был проект та – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы хәтерҙән сығармауыбыҙҙың асыҡ миҫалы, ошо эштең дауамы. Көрәш ярыштарында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла еңеү теләйем, – тине Павел Николаевич сараны асып.

  Ҡатнашыусыларҙан Ишембайҙан килгән тренер, спорт мастеры  Айнур Кинйәбаев һөйләүенсә, ул үҙе спорт менән 2-се кластан бирле шөғөлләнә, элеге ваҡытта нефть колледжында 3 спорт мастеры, 15-ләп спорт мастерына кандидаттар әҙерләгән. Улар, Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй һәм донъя кимәлендә сығыш яһап, еңеүҙәр яулайҙар икән. Хатта  өс донъя призеры ла бар араларында. Ә Миәкәнән килгән тренер, спорт мастеры Ринат Хәбибуллин балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнеүсе 8 бала менән килгәйне. Әлбиттә, һәр көрәшсенең дә еңеренә өмөт бағлай ул. Иң хайран иткәне 7-се мәктәптән Милана Сөләймәнова, Ангелина Рудакова, Виктория Дегтереваларҙың  спорттың был төрөн һайлауҙары булды. Ҡыҙҙар ҙур көрәш майҙанына тәү тапҡыр сыҡҡандар икән. Ҡайһы бер балаларҙың көйәрмәндәре булып ата-әсәләре, туғандары ла килгәйне. Мәҫәлән, 15 мәктәптән игеҙәк  Артем менән Артур Кәримовтар өсөн үҫмерҙәрҙең әсәһе һәм һеңлеһе “көйҙө”. Спорттың аяуһыҙ булған был төрөн тыныс ҡына күҙәтеп булманы, әлбиттә. Көрәшселәр бер-береһен күтәргәндә йөрәктәр елпенеп-елпенеп торҙо. Шуныһы ла һоҡландырҙы: уңышһыҙ көрәшкән балаларҙың ата-әсәләре үҙҙәрен бик тыныс тотто, балалары майҙандан илап сыҡҡанда ла: “Бер ҡурҡыныс та юҡ, тағы ла килерһең, тағы еңерһең”, – тип йылмайҙы. Шулай инде, бары тик батыр йөрәкле, ҡыйыу балалар ғына спорттың был төрөн һайлайҙыр. Иң мөһиме, баҫмабыҙ йәнә республиканың иң шәп көрәшселәрен бер майҙанда йыйып, көс һынашырға һәм батырҙарға рухи көс бирергә мөмкинлек тыуҙырҙы. Шулай ҙа һәр спорт төрөндә лә еңеүселәр билдәләү фарыз: быйыл да ҡалабыҙ көрәшселәренең биле ныҡ булып сыҡты – һөҙөмтәлә ҡалабыҙ командаһы еңде!

Был сарала шулай уҡ йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүҙә, спортҡа һәм физик культураға һөйөү тәрбиәләүҙә өлөш индергәндәре өсөн Рәсәйҙә Ғаилә йылы сиктәрендә көрәшсе Ҡотлошиндар нәҫеле вәкилдәре – “Юрматы” көрәш клубы етәксеһе, Спорт мастерына кандидат Илшат Ҡотлошин һәм уның улы, йәш көрәшсе Илназ махсус диплом менән тәбрикләнде һәм бүләкләнде.

 

Шахматсылар араһында – буласаҡ чемпиондар

2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе базаһында үткән шахматсы һәм махсус хәрби операция геройы Тимур Фадеевтың яҡты иҫтәлегенә арналған шахмат буйынса асыҡ ҡала турниры ла Стәрлетамаҡ ҡалаһынан һәм Стәрлетамаҡ районынан 100-ҙән ашыу спортсыны (шахматсыны) йыйҙы. Турнирҙа  шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән  балалар ҙа әүҙем ҡатнашты.

Почетлы ҡунаҡтар итеп сараға хәрби операцияла ҡатнашыусылар, Тимур Фадеевтың ата-әсәһе һәм ҡустыһы саҡырылғайны. Турнирҙы асыу тантанаһында Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең физкультура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Юрий Селиверстов, Башҡортостан  Журналистар  союзы рәйесе һәм “Башҡортостан” республика гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов, “Березка” шифахана-профилакторийының башҡарма директоры Олег Гәрәев һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

– Был сара беҙҙе шахмат буйынса ла, хәтер сараһы итеп тә берләштерә. Турнирҙа төрлө быуын вәкилдәре бергә йыйылып, бер өҫтәл артында уйнап, илһөйәрлек хаҡында әңгәмәләшеп ултырыуы – иғтибарға лайыҡ күренеш, – тип сәләмләне Юрий Анатольевич. Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе  Вәдүт Исхаков, үҙ сиратында, “Ашҡаҙар” гәзите проекттарының республика кимәлендә таныла барыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Республика журналистары өсөн махсус хәрби операция темаһы яҡтыртыуҙа иң әһәмиәтле темаларҙың береһе булып тора. Коллегалар геройҙар хаҡында, республика ярҙамы, гуманитар ярҙам тураһында материал әҙерләй. Күп кенә коллегаларыбыҙ фронт һыҙығына барып репортаждар яҙҙы, төшөрҙө. “Ашҡаҙар” гәзите редакцияһы махсус хәрби операция геройҙарын үҙҙәренең мәҡәләләре менән генә түгел, ошондай ҙур фестиваль ойоштороп та данлауы – иғтибарға лайыҡ күренеш, – тип билдәләне Вәдүт Ғәйфулла улы.

Редакция үткәргән спорт, мәҙәни сараларҙа йыл да ҡатнашып торам. Был фестиваль дә матур бер йолаға әүерелер, алдағы йылдарҙа ла редакция артабан шулай геройҙарыбыҙҙың данын арттырыр тип өмөтләнәм.

 

Әйткәндәй, был сарала шахмат буйынса тренер, 2017 йылда ветерандар араһында үткәрелгән шахмат турнирҙары араһында беренсе урын яулаған Салауат Таймаҫов та бар ине. Ул үҙе әҙерләгән уҡыусылары Андрей Власовтың спорт мастеры, Артур Ғатауллиндың мастерлыҡҡа кандидат булыуы менән ғорурланыуын йәшермәне. Шулай уҡ,  әлеге турнирҙа Рәмил Мөхәмәтйәновҡа  ҙур өмөттәр бағлауын әйтеп үтте. Бынан тыш, Ермаков, Гусев, Ҡунаҡҡужиндарҙы кандитдатлыҡҡа лидер булып торалар тип тә иҫәпләй ул. Ҙур тормош тәжрибәһе булған остаздың әйткәне бойомға ашырына шик ҡалманы.

Шулай ҙа тиҙ шахмат буйынса махсус операцияла ҡатнашыусы Тимур Фадеевтың иҫтәлегенә арналған  асыҡ ҡала турнирында призерҙар булып бихисап шахматсылар танылды. Улар араһында 82 йәшлек  Алексей Шаронин һәм Тәлғәт Насибуллин – иң өлкән йәштәге ҡатнашыусылар.   Ә иң йәш шахматсы Сазонов Даниэлгә  – ни бары 7 йәш.

Сара һуңында Тимур Фадеевтың әсәһе Лариса Алиева һәм атаһы Эдуард Фадеев ойоштороусыларға һәм спортсыларға улының исемен мәңгеләштергәндәре өсөн ҙур  рәхмәт әйтте һәм проекттың артабан киң ҡолас алыуын теләне.

– Тормош та – шахмат уйыны һымаҡ, алдан уйлап, һәр аҙымыңды алдан күрә белеп баҫырға кәрәк, тормошта дөрөҫ юл һайларһығыҙ, илебеҙҙең ысын патриоттары булырһығыҙ тип ышанам, – тине улар йәш ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.

Тимур Фадеев Стәрлетамаҡ егете була. 1998 йылғы. Ишембай ҡалаһында урынлашҡан А.Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округы кадет корпусында белем ала, спорт, шахмат менән шөғөлләнә, әрме бурысын үтәп ҡайта һәм махсус хәрби операция башланғас та контракт төҙөп ил һағына баҫа. Үкенескә ҡаршы, бер йыл элек яу яланында һәләк булып ҡалды. Был турнир уның хаҡында бер яҡты хәтирә булып уйылды уйынсылар күңелендә.

 

Йомғаҡлау урынына

“Ашҡаҙар” гәзите призына үткәрелгән сараларҙың даирәһе йылдан-йыл киңерәк танылыу ала бара. Ошо башланғыстың дауамлы булыуы шатландыра. Әлбиттә, был тиклем фестивалде беҙ үҙебеҙ генә күтәреп сыға ла алмаҫ инек. Мөмкинлектән файҙаланып, сараны ойоштороуҙа төрлө яҡлап ярҙам күрһәткән шәхестәргә, хеҙмәттәшлек иткән компанияларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткереп ҡалабыҙ. Бына улар беҙҙең дуҫтарыбыҙ: “Стройиндустрия “Олимп”, “УралСтройГрупП” (төҙөлөш), “Филком” (автомобилдәр салоны),  “ВСК” (страховкалау), “Галактика” (күңел асыу), “Березка” (шифахана) компаниялары, Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы, 2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Стәрлетамаҡ физик культура һәм спорт комитеты, Стәрлетамаҡ физик культура, идара һәм сервис колледжы, “Юрматы” көрәш клубы, “Хазина” фольклор төркөмө, “Торатау” балалар халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Стәрлетамаҡ филармонияһы артистары Илдар Әбдрәшитов, Лилиә һәм Альберт Зариповтар. Айырыуса рәхмәтебеҙҙе Илшат Ҡотлошин, Рафиҡ Ибраҡов, Миҙхәт Мусаҡаев, Хәлиҙә Абдрахманова, Гүзәл Ишбулдинаға белдерәбеҙ.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.

БАТЫРҘАРЫБЫҘҘЫҢ ДАНЫН КҮТӘРЕП, РУХЫН НЫҒЫТЫП!..
БАТЫРҘАРЫБЫҘҘЫҢ ДАНЫН КҮТӘРЕП, РУХЫН НЫҒЫТЫП!..
Автор:Римма Галимова
Читайте нас