Кейем-һалым алмаштырыу һәм яһалма дәрткә ҡоролған постановка XIX быуат тарихын заманса стилистикала һүрәтләй. Ир менән ҡатындың хыянаты һәм ҡатындың аҡыллылығы тураһындағы хәйләһеҙ, ҡыҙыҡлы, ғөмүмән, һүрелмәй торған сюжетҡа ҡоролған еңелсә музыкаль спектакль.
Төп героиня Миннәт эске азатлыҡҡа ынтыла. Үҙбилдәләнеш, бәхетте үҙеңдә эҙләү – пьесаның төп темаларының береһе. Ғаиләләге мөнәсәбәттәр, ир менән ҡатын араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡ, ошо мөнәсәбәттәргә йоғонто яһаусы социаль бәйләнештәр һәм ҡанундар. пьесала ошо мәңгелек темалар яңғырай. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – Дағстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ягут Хандадашева. Гастролдәрҙең икенсе көнөндә, 24 майҙа сәғәт 19.00-дә Фируз Мостафа пьесаһы буйынса Әзербайжан Республикаһының атҡаҙанған артисы Сәрүәр Алиев режиссураһы буйынса ҡуйылған “Аҡыллы кеше” спектакле күрһәтеләсәк.
Комедияның төп темаһы һәм бер үк ваҡытта уның төп конфликты – журналистың законһыҙлыҡҡа ҡаршы тороуы. Төп герой, журналист кеше тормошоноң түбәндән – юғарыға, юғарынан түбәнгә тиклемге бөтә баҫҡыстарын үтә, быларҙың барыһы ла дауаханала, төштә була. “Аҡыллы кеше”, кешенең тәҡдир ҡушыуына бәйле, ваҡыттан тыш трагедия темаһын күтәрә. Тамашасы төп герой менән бергә тыуғандан алып үлеменә тиклем тормоштоң биш этабы аша үтә.
25 майҙа сәғәт 18.00-дә Әзербайжан дәүләт драма театры Стәрлетамаҡтағы “Ҙур гастролдәр” туры Мирза Фатали Ахундовтың пьесаһы буйынса ҡуйылған “Мусье Жордан һәм Дәрүиш Мастали шах” комедияһы менән тамамлана. спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Сәрүәр Алиев.
Ваҡиғалар 1848 йылда бара. Француз ботанигы,Король академияһы ағзаһы Жордан урындағы үҫемлек төрҙәрен өйрәнеү өсөн Әзербайжанға килә. Был эшмәкәрлегендә дүрт тел белгән уға йәш ғалим Шахбаз бей ярҙам итә. Үҫемлекселек буйынса берлектә эшләгәндән һуң Шахбаз Жордан менән ғилми өлкәлә белемен камиллаштырыу өсөн Парижға китергә теләй.
Әммә уның кәләше Шәрәфниса менән апаһы Шахрабаныу ханым ҡаршы була. Уларҙы ебәрмәҫ өсөн, хәйләһеҙ, юҡ-барға ышаныусан ҡатындар Ирандан килгән дәрүиш Масталиға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Тегеләрҙән йөҙ червонец (унар һумлыҡ) алған Мастали Францияның баш ҡалаһын емерә башлай...
*Спектаклдәр рус теленә синхрон тәржемә менән тәьмин ителгән.
Билеттарҙы театр кассаһында һәм онлайн, шулай уҡ пушкин картаһы менән алырға була. 12+
Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театры шулай уҡ “Ҙур гастролдәр” Бөтә Рәсәй берҙәм гастроль-концерт планында ҡатнашасаҡ. Әзербайжан дәүләт драма театрының беҙгә килеүе килеүе ошо “Ҙур гастролдәр” программа ярҙамында ойошторолдо.
Әйткәндәй, драма театры 24 сентябрҙән 29-на тиклем, быйыл инде икенсе тапҡыр Дағстан Республикаһында үҙенең спектаклдәрен күрһәтәсәк.
Р.ЗАМАНОВА.