Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май , 11:52

Кремлдә кадрҙар алмашынды

Президенттың ҡабаттан һайланыуы менән бәйле Рәсәй хөкүмәтендәә кадрҙар  алмашына башланды. Путин #

Кремлдә кадрҙар алмашынды
Кремлдә кадрҙар алмашынды

Владимир Путин Рәсәй власында кадрҙарҙы алмаштырыуын дауам итә. 20 майҙа ул 2013 йылдан  үҙенең кәңәшсеһе булған  Александра Левицкаяны вазифаһынан бушатты. Бынан тыш, дәүләт башлығы оборона министры урынбаҫарын алмаштырҙы: Юрий Садовенко  урынына хәҙер Ҡырым эштәре буйынса элекке министр һәм Иҫәп палатаһының элекке аудиторы Олег Савельев тәғәйенләнде. Украинала уның тәғәйенләнеүен “ил өсөн бик яҡшы сигнал түгел” тип атағандар ҙа инде. Премьер-министр Михаил Мишустин үҙ вазифаһында ҡалды. Министрҙар кабинетының  Граждандар блогында транспорт  министры  алышынды (Курск өлкәһенең элекке  губернаторы Роман Старовойт  Виталий Савельевты алыштырҙы), энергетика министры (Николай Шульгиновтың урынын Кемерово өлкәһенең элекке   губернаторы Сергей Цивилев), ауыл хужалығы министрын (Оксана Лут  -  Дмитрий Патрушевты)  һәм спорт  министрын (Олег Матыцин урынына  элекке губернатор  Михаил Дегтярев) алмаштырҙы.

Көс блогында оборона  министрынан башҡалары үҙ вазифаһында ҡалды.  Сергей Шойгу урынына хәрби ведомствоны  элекке беренсе вице-премьер  Андрей Белоусов  етәкләй.

Путин  был үҙгәрештәрҙе “хәрби состав”ҡа сығымдарҙың үҫеүе менән бәйләне.

Уның һүҙҙәренсә, хөкүмәттәге иҡтисади блокты күҙәтеүсе Белоусов Оборона министрлығының иҡтисадын илдең дөйөм иҡтисадына ҡуша аласаҡ.

Белоусов Федерация Советындағы үҙенең сығышында  вазифаһындағы өҫтөнлөклө бурыстарҙы атаны:

  • МХО-ла ҡатнашыусыларҙы заманса ҡорал һәм техника менән йыһазландырыу;
  • тауарҙар, элемтә саралары, пилотһыҙ аппараттар, РЭБ (Ҡораллы көстәрҙең радиоэлектрон көрәше) менән тәьмин итеү;

 

  • хәрби хәрәкәттәрҙе алып барыуҙың яңы формаларын әҙерләү;

 

  • Граждандарҙы саҡырыу һәм контрактлау аша ҡораллы көстәрҙе комплектлау. Белоусов һүҙ мобилизация тураһында бармай тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
  • хәрби белем биреү менән бәйле мәсьәләләр менән шөғөлләнеү;
  • хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе социаль тәьмин итеү (медицина хеҙмәтләндереүе, аҡсалата ризалау).

Хөкүмәттең яңы составы 14 майҙа тулыһынса раҫланды.

Р.ЗАМАНОВА.

 

Автор:Роза Сафина
Читайте нас: