Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май , 10:37

Моң эйәһенең йырҙары ҡалды...

Йырсы Илдар Рәхимғолов вафат. Сәбәбе – инсульт... Был ҡайғылы хәбәр башҡорт мәҙәниәте өсөн генә түгел, республика йәмәғәтселеге өсөн дә үкенесле юғалтыу.

 Йырсы, композитор, бихисап йыр конкурстары лауреаты Илдар Рәхимғолов Ырымбур өлкәһен өлкәһе Ҡыуандыҡ районында тыуып үҫә.  Сит өлкәлә тыуып, рус мәктәбендә белем алһа ла, бәләкәйҙән башҡорт моңона ғашиҡ булып үҫә. Ауылдарында урта мәктәпте тамамлағандан һуң  Өфө сәнғәт училищеһында, унан сәнғәт институтында уҡып вокал буйынса белем ала.

Киң  диапазонлы башҡарыу оҫталығына эйә булған йәш һәм өмөтлө йырсыларҙың береһе үҙенең хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡ филармонияһында башлай. Бында эшләгән йылдарында Илдар Рәхимғолов  бик күп конкурстарҙа ҡатнашып үҙен күрһәтергә, призлы урындар яуларға өлгөрҙө. “Урал легендалары” мюзиклында төп партияларҙың береһен башҡарҙы. Ул  25 телдә, төрлө стилдә йырлаған көслө тауышлы, уникаль, талантлы йырсы ине, студент сағынан уҡ төрлө конкурстарҙа ҡатнашып үҙен танытырға өлгөрҙө.

Илдар яҙмышын Сибай филармонияһына күсеп һынап ҡараны. Тик унда ла йәненә толҡа тапмай, Магнитогорск ҡалаһына күсә. Яҙмыштан уҙмыш юҡ тигәндәре шулдыр, күрәһең.

 “Эх,Илдар...Сәнғәт академияһында уҡыған осороңда иң талантлы, иң итәғәтле, тәрбиәле, тәртипле студенттар рәтендә булдың, кешелекле, изге күңелле, ярҙамсыл инең. Үҙеңә генә хас булған моңоң менән кисәләрҙең бер биҙәге булдың”, - тип яҙалар йырсыны яҡындан белгән дуҫтары, рухташтары.

Йәштәрҙең арабыҙҙан китеүҙәре бигерәк тә аяныслы. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ! Йырҙарың халыҡ күңелендә мәңге йәшәр, халыҡ һине онотмаҫ!

 

Моң эйәһенең йырҙары ҡалды...
Моң эйәһенең йырҙары ҡалды...
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: