“Был әле беренсе генә аҙым. Шунан был берлектәге эшкә эләгәсәк кешеләрҙең һанын арттырасаҡбыҙ, - тип билдәләне дәүләт башлығы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Путин быйыл февралдә МХО ветерандары һәм ҡатнашыусылары өсөн “Геройҙар ваҡыты” кадрҙар программаһының старт алыуы тураһында иғлан иткәйне. Проекттың маҡсаты – дәүләт, муниципаль власть органдарында һәм дәүләт компанияларында эшләү өсөн хәрби хеҙмәткәрҙәр араһынан юғары квалификациялы етәкселәр әҙерләү.
Life.ru хәбәр итеүенсә, программала ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү тамамланған – улар 44 меңдән ашыу йыйылған. Артабан ҡатнашыусылар тест үткән, унда ете меңгә яҡын хәрби хеҙмәткәр ҡатнашҡан.
Р.ЗАМАНОВА.