Стәрлетамаҡ ҡалаһынан “Виктория” ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге исеменән – Мова, Көньяҡ-көнбайыш район-ара “Ғаилә” үҙәге исеменән Чиликиндар ғаилә командаһы сығыш яһаны. Оло Ҡуғанаҡ ауылының “Алһыу елкәндәр” үҙәгенән Мөсәғитовтар ғаиләһе ярышты.
Сарала ҡатнашыусыларҙы һәм килгән ҡунаҡтарҙы Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы директоры Миҙхәт Мусаҡаев, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең опека һәм попечителлек буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Сулпан Диваева, ғаилә старттарының баш судьяһы Алексей Тупиков сәләмләне.
Ярыштар алты этапта үтте. Ҡатнашыусыларға команданың исеме һәм девизы менән таныштырырға һәм унан һуң төрлө эстафеталарҙы башҡарырға кәрәк ине. Мова ғаиләһе старттарҙың еңеүсеһе тип табылды. Икенсе урынды Чиликиндар, өсөнсө урынды Мөсәғитовтар ғаилә командаһы алды.
Ярыштың асылы алдынғылыҡты бирмәүҙә түгел, ә иһә бындай ярыштар күңелгә дәрт бирә, сәм өҫтәй, балалар өсөн дә яҡшы өлгө булып тора.
Роза САФИНА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.