Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указға ярашлы, 2024 йылдың 1 майынан 31 авгусына тиклем Башҡортостандан Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндәр 205 мең һумға торошло бер тапҡыр бирелә торған түләү ала. Тағы 195 мең һумды Оборона министрлығы түләй, өҫтәүенә республиканың ҡала һәм район хакимиәттәренең күбеһе үҙ түләүҙәрен булдырҙы. Һөҙөмтәлә уртаса 500-600 мең һум бер тапҡыр алынған, тағы ла 204 мең һумдан күберәк айлыҡ түләү килеп сыға. Әммә бының менән генә бөтмәй. Фронттағы айырым ҡаҙаныштары өсөн хәрби хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған. Мәҫәлән, Leopard, Abrams, Challenger танктарын йәки HIMARS ҡорамалын ҡулға төшөргән өсөн миллион һум аҡса бирелә. Бындай осраҡтар булды ла инде.
ТҮЛӘҮҘӘР КЕМДӘРГӘ ҠАРАЛҒАН
Башҡортостанда контрактҡа ҡул ҡуйыу һәм тейешле сумманы алыу хоҡуғына түбәндәге Рәсәй граждандары эйә: - - -сроклы хәрби хеҙмәткә саҡырылған йәки өлөшләтә мобилизациялау ваҡытында МХО-ға алынған кешеләр контракт төҙөгән осраҡта;
-запаста булып (иректән мәхрүм итеү урындарында ултырғандарҙан тыш), контрактҡа ҡул ҡуйыусылар;
-шулай уҡ Өфөнөң һайлап алыу пунктында контракт төҙөгән сит ил граждандары.
Указ Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонда һәм Башҡортостанда төҙөлгән башҡа хәрби подразделениеларҙа хеҙмәт итеүгә контракт төҙөгәндәргә ҡағылмай.
ТАҒЫ НИНДӘЙ ЯРҘАМ САРАЛАРЫ ҠАРАЛҒАН?
Беҙҙең хәрбиҙәр яҡшы белә: улар Тыуған илен һаҡлаған мәлдә ғаиләләре хаҡында даими яҡлау һәм хәстәрлек күрелә. Хәрби хәбәрселәр, йәмәғәтселек вәкилдәре һәм яугирҙәр үҙҙәре лә күп тапҡыр билдәләгәне бар: Башҡортостандан МХО яугирҙәренә күрһәтелгән ярҙам илдә иң ҡеүәтлеләрҙән һанала. Республика айына бер нисә тапҡыр тигәндәй һалдаттарына кәрәкле әйберҙәр оҙата, ә уларҙың ғаиләләренә 40-ҡа яҡын төрлө ярҙам сараһы булдырылды.
Яугирҙәрҙең ғаиләләре шифаханаларға («Асы», «Йәшел сауҡалыҡ», «Янғантау», «Красноусол»,«Танып», «Йоматау», «Яҡтыкүл», Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «Ҡайынҡай», «Энергетик» дауалау-һауыҡтырыу үҙәге», «Йәйғор», «Урал аръяғы шифаханаһы», «Әй» профилакторийы) бушлай юллама ала.
Улар транспорт һалымы түләмәй, баҙарҙағынан түбәнерәк хаҡҡа фатир һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Контрактсыларҙың балалары мәктәптә бушлай иртәнге һәм төшкө аш ашай, түңәрәктәр, секциялар өсөн түләмәй, колледждарҙа бушлай уҡый, шулай уҡ башҡа бик күп өҫтөнлөктәргә эйә. Быйыл яҙҙан махсус хәрби операция ветерандары һәм ҡатнашыусылары «Геройҙар дәүере» махсус кадрҙар программаһының беренсе ағымында уҡыуға ғариза бирә, шулай уҡ өҫтөнлөклө тәртиптә билдәле вуздарҙа юғары белем, гражданлыҡ белгеслеге ала аласаҡ.
Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың барыһы ла әле үк улар менән файҙалана һәм республиканың үҙенекеләрҙе ташламауын баһаланы!
КЕМ КОНТРАКТ ТӨҘӨЙ АЛА?
Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә запастағы, шулай уҡ хәрби хеҙмәт үтмәгән, ләкин юғары йәки урта һөнәри белемгә эйә 60 йәшкә тиклемге (һирәк һөнәрҙәр һәм айырым осраҡтар өсөн – 65 йәшкә тиклемге) ир-егеттәр ҡабул ителә. Рядовойҙан прапорщикка тиклем контракт ваҡыты – алты айҙан алып; офицерҙарға – өс йылдан биш йылға тиклем.
ТЕЛӘҮСЕЛӘРҘЕ ҺАЙЛАП АЛЫУ НИСЕК ҮТӘ
Килешеү төҙөү өсөн:
1) Хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итеп, документтар – 9х12 һәм 4 дана 3х4 үлсәмле фотоһүрәт, паспорт, хәрби билет, тыуыу тураһында таныҡлыҡ, белем, никах йәки уны өҙөү тураһында документтар, балаларға ҡағылышлы документтар, ИНН, банк картаһы реквизиттарын (мотлаҡ «МИР» түләү системаһы) тапшырырға. Ғаризаны һайлап алыу пункты инструкторы ҡарай. Ҡарар 10 минут эсендә сығарыла.
2) Психолог менән әңгәмәләшергә һәм медицина тикшереүе үтергә.
3) Хеҙмәт итеү урынына юлланыу тураһында бойороҡ алырға. Хәрби часта контракт төҙөргә. Һайлап алыу пунктына ғариза биргәндән алып контрактҡа ҡул ҡуйғанға тиклем, хәрби частың ҡайҙа урынлашыуына ҡарап, ике – биш тәүлек ваҡыт үтә.
«Ысын элита – ул Рәсәйгә хеҙмәт итеүселәр: хеҙмәтсәндәр һәм яугирҙәр, иленә тоғролоғон эше менән иҫбатлаған ышаныслы, лайыҡлы кешеләр. Бындайҙар, һис шикһеҙ, сигенмәй, ҡыйын хәлдә ярҙамһыҙ ҡалдырмай һәм хыянат итмәй. Шуға күрә улар дәүләт компанияларында, бизнеста, йәмәғәт һәм муниципаль идара итеүҙә алдынғы урындар биләргә, төбәктәрҙе, предприятиеларҙы, илебеҙҙең иң ҙур проекттарын етәкләргә тейеш».
Рәсәй Президенты Владимир Путин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тураһында.
ҠАЙҘА МӨРӘЖӘҒӘТ ИТЕРГӘ?
Яҡташтарыбыҙ менән иңгә-иң терәшеп дошманға ҡаршы контракт буйынса хәрби хеҙмәт итергә теләүселәр Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссариатына 8 (917) 462 89-17; 8 (3473) 20-61-51 һандары буйынса шылтыратып тулыраҡ мәғлүмәт туплай ала. Адресы: Хоҙайбирҙин урамы, 118-се йорт, 19-сы бүлмә. t.me/bashbat02/2236 чат-ботында ла ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табырға мөмкин.
Бынан тыш, махсус хәрби операция биләмәһендә контракт хеҙмәте, хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында һорауҙарға башбат.рф сайтында, телеграмдағы чат-боттарҙа t.me/contractRBBot бөтә яуаптар бар.