Тәүлек һайын миллион һумдар
Ышанып барыусан граждандар аферистарҙың иҫәбен сағыштырмаса ҙур булмаған һәм ҙур суммалар менән дә тулыландыра.
Мәҫәлән, Өфөлә билдәһеҙ әҙәмдәр мессенджерҙарҙың береһендә пенсионер ҡатынға уның элекке етәксеһе, бер дауахананың баш табибы исеменән яҙған.
Аватаркалағы (Интернеттағы) фотоны күргәс, ысынлап та улдыр тип ышанған. Мутлашыусылар өлкән йәштәге ҡатынды хоҡуҡ һаҡлау органдарының ялған хеҙмәткәрҙәренә йүнәлтеп, а ҡсаһын “һаҡлау” өсөн тип әүрәтеп, билдәһеҙ иҫәпкә күсерергә күндерә. Һөҙөмтәлә ҡатын 1,3 миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Үҙ аҡсаһы булһа бер хәл, 900 мең һумын кредитҡа алған бит әле.
Шулай уҡ Өфөлә бер иргә Дәүләт хеҙмәттәре порталынан хоҡуҡ һаҡлау органдарынан, банктан ялған хеҙмәткәрҙәр шылтыратҡан. Аферистар, уның исеменә кредит алыу хәүефле тип ышандырып һәм аҡсаһын “һаҡлау” һылтауы менән, ғариза биреүсенең шәхси тупланмаларын 800 мең һумға яҡын аҡсаһын билдәһеҙ иҫәптәргә күсерергә күндергән.
Көн һайын миллионлаған һумдар урлайҙар. Мәҫәлән, майҙың бер көнөнә генә туҡталғанда ла – уғрылар Башҡортостанда йәшәүсе 9 кешенән 3 миллион 900 һум аҡса урлаған. Мәҫәлән, Ҡариҙел районында балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе булып эшләгән ҡатын 1 майҙа мессенджерҙан “элекке директоры”нан Федераль именлек хеҙмәте ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәргә ҡарата тикшереү уҙғара, шуға күрә уларҙың бөтә талаптарын да үтәргә кәрәк, тигән смс-хәбәр ала. Шунан һуң “Федераль именлек хеҙмәткәрҙәре” шылтырата, хәйләһеҙ ҡатын уларҙың ҡушҡандарын үтәп, бер нисә банктан кредит ала ла енәйәтселәргә 2 миллион 116 мең һум күсерә.
Стәрлетамаҡтар ҙа алдана
Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралығына алданыу тураһында ғариза менән ҡалабыҙҙа йәшәүсе 46 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ғариза биреүсе интернет селтәрендәге популяр сауҙа майҙансығында ҡандағы шәкәр кимәлен үлсәү өсөн медицина сенсорҙары һатып алырға теләүен һөйләгән. Ҡатын иғланды табыу менән һатыусыһына яҙып ебәрә, тегеһе иһә ғариза биреүсене һатып алыу өсөн алдан түләргә кәрәк тип ышандыра. Зыян күреүсе, бер ни ҙә һиҙмәйенсә, “һатыусы”ға 31 мең һумдан ашыу аҡса күсерә, тик теләгән әйберен генә ала алмай. Әлеге ваҡытта мутлашыу факттары буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Яңыраҡ бер таныш ҡатынды осраттым. Кәйефе төшөнкө, үҙе лә йонсоу күренә. Һөйләшеп киттек тә, баҡтиһәң, ул да “телефон ҡараҡтары” тоҙағына эләккән икән. Уғрылар, төрлө вәғәҙәләр биреп, алдап-йолдап, 300 мең һум кредит алырға күндергәндәр. Ярай алған инде, тик теге аҡсанан “елдәр иҫкән”! Бисара ҡатын шунда ғына алданғанын аңлай, тик ябай эшсе өсөн кемгәлер 300 мең һумыңды “бүләк итеп”, йылдар буйы түләү бик ҡыйын хәл.
Алданған кешеләрҙең барыһының да ғаризалары буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Енәйәт ҡылыусыларға ун йылдан ашыу иркенән мәхрүм ителеү янай. Тик бына уларҙы нисек тоторға? Сөнки күп осраҡта шылтыратыуҙар сит илдән, башлыса Украинанан булып сыға...
“Мэр” яҙа
Алдаҡсылар йыш ҡына үҙҙәрен министр йәки ведомство етәксеһе тип танытырға әүәҫләнеп китте. Эске эштәр министрлығы “ғәҙәттә, кешеләр ҡурҡышынан йә гипнозға бирелеп, донъяһын онота, шуға бөтә ҡушҡандарын үтәйҙәр”, тип билдәләй. Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы Рөстәм Ғәзизов исеменән дә мессенджерҙарҙа хәбәрҙәр, хатта шылтыратыуҙар йыш булып тора икән.
Үкенескә ҡаршы, мутлашыусылар тоҙағына эләгеүҙән бер кем дә страховкаланмаған. Кибер енәйәтселәр ябай граждандарҙы ғына түгел, власта ултырған түрәләрҙе лә төп башына ултыртырға күп һорап тормай. Мәҫәлән, Өфөнөң элекке мэры, дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаевтың ярты миллион һум аҡсаһын сәлдергәндәр. Уның менән ялған банк хеҙмәткәрҙәре бәйләнешкә инеп, классик схема буйынса эш итәләр, йәнәһе, депутаттың иҫәбенән аҡсаһын алырға маташалар тип алдаштыралар. Һөҙөмтәлә Качкаев үҙ иҫәбенән 500 һум аҡсаһын алып мутлашыусыларға күсерә. Ул үҙе әйтеүенсә, мутлашыусылар әленән-әле шылтыратып маҙаһына тейә икән – инде хәҙер унда 80-гә яҡын блокка ҡуйылған (ҡамауға алынған) номер бар икән.
Шулай уҡ, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова ла мутлашыусыларҙың ҡапҡанына эләгә. Уны, Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар союзы етәксеһе Екатерина Лахова исеменән шылтыратып, йәнәһе, Рәшиҙә Искәндәровнаның иҫәптәре емерелгән тип алдаштырғандар. Шулай итеп, аферистар уны аҡсаһын күсертергә ышандыра алған.
Ҡотҡоға бирелмәгән
Ә бына Өфөнән бер пенсионер ҡатын шылтыратҡан әҙәмдәрҙең мутлашыусылар икәнлеген һиҙеп ҡалған, уларҙың ҡотҡоһона бирелмәгән. Аферистар телефон аша бер нисә ай буйына, йәнәһе, уны ҡараған ҡатын арҡаһында юл-транспорт ваҡиғаһы килеп сыҡты, зыян күргән яҡты дауаларғ а аҡса кәрәк, тип алдаштырып маташҡан. Алдаҡсылар ҡатынды 100 мең һум аҡса әҙерләп, сепрәккә төрөп ҡуйырға ҡушҡан. Әммә аҡса артынын килеүсе булмаған. Бәхеткә күрә, пенсионер ҡатын үҙен алдғандарын һиҙеп ҡалған, сөнки был ваҡытта ул инде үҙен ҡараған ҡатын менән осрашып һөйләшкән һәм бер ниндәй ҙә юл фажиғәһе булмауын асыҡлаған.
“Именлек хеҙмәте” шылтырата
Мутлашыусылар кеше аҡсаһын үҙләштереү өсөн ниндәй генә алымдар ҡулланмай хәҙер. Әйтәйек, һеҙгә онлайн кредит рәсмиләштереүҙәре мөмкин. Бының өсөн улар интернетҡа ағып сыҡҡан мәғлүмәттәрҙе һәм СМС-раҫлау ҡулланалар. Яңы схеманы асабыҙ.
Мутлашыусы МФЦ-ға һеҙҙең исемгә хат килде тип хәбәр итә, уны һеҙ йәшәгән урынға алып барырға тәҡдим итә, ә ышандырырыу өсөн, йәнәһе, МФЦ бүлексәһенән шылтыратам тигән булып, адресын әйтә.
Миҫал өсөн, мутлашыусы хоҡуҡ һаҡлау органы йәки банк телефонынан шылтыратырға мөмкин.
Улар, кәрәҙле элемтә операторҙарының ярҙам хеҙмәте исеменән шылтыратып, шәхси кабинет йәки телефон ватылыу тураһында хәбәр итә, шунан һандарҙың һәм символдарҙың билдәле бер комбинацияһын йыйыуҙы һорайҙар, шул рәүешле сим-картаның көйләүҙәрен алмаштырып һәм смс-хәбәрҙәрҙе һәм шылтыратыуҙарҙы енәйәтсенең номерына яңынан адреслауҙы урынлаштыралар. Хәбәрҙәр аша мәғлүмәт алып, енәйәтселәр иҫәп-хисапҡа инеү мөмкинлеген аса һәм аҡсаны иҫәптән сығарыу буйынса операциялар башҡара.
Һуңғы арала республикала урлашыуҙың “кибермошенничество” тип аталған йәнә бер яңы ысулы сәскә ата. Иң йәнде көйҙөргәне шул, ул дропперҙар ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла. Дропперҙар – ул Рәсәйҙә йәшәүсе кешеләрҙең банк карталарынан аҡса сығарыу буйынса легаль булмаған схемаларҙа законһыҙ ҡатнашҡан ялған кешеләр, йәғни мутлашыусының ярҙамсылары. Шуныһы хафаға һала: йыш ҡына был тоҙаҡҡа студенттар, уҡыусылар, һеҙҙең менән беҙҙең балалар йә иһә яҡындарҙың балалары эләгә. Балалығына барып, улар енәйәт схемаларында ҡатнашыуға бәйле бөтә хәүеф-хәтәрҙе аңлап етмәй. Бер генә тапҡыр банк картаһын өсөнсө затҡа тапшырып йәки билдәһеҙ кеше өсөн аҡса күсереп тә, үҙеңдең бөтә тормошоңдо боҙорға мөмкин икәнлеген аңламайҙар.
“Кибер енәйәтселәр “еңел һәм тиҙ” табыш алырға тәҡдим итә. Фәлән-фәлән (ошо) иҫәпкә аҡса күсер ҙә процент ал, йәнәһе. Үҙеңдең онлайн-банкыңа инергә рөхсәт ит. Бушлай түгел. Банкта карта ас та, бүләк итеп бир. Тәжрибәһеҙ тиҙ табыш һәм башҡа ошондай вәғәҙәләргә ышанмағыҙ. Улар мутлашыуҙы һөнәр итеп алған әҙәмдәр. Үрҙә әйтеп үтелгән бәхетһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы республика халҡын иҫкәртә, уяулыҡты юғалтмаҫҡа, кредит алыуҙы иҫкәртеү маҡсатында тип алдаштырғанға ышанып, таныш булмаған иҫәптәргә аҡса күсермәҫкә, тип киҫәтә. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, банк хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да картағыҙҙың мәғлүмәттәрен һорамаясаҡ һәм мәсьәләне телефон аша хәл итмәйәсәк. Әгәр һеҙгә билдәһеҙ номерҙан шылтыратып, һеҙгә кредит алырға теләйҙәр икән, телефонды ҡуйып, банкка барғаның хәйерле. Таныш булмаған кеше шылтыратһа, аҡса тураһында һөйләшмәгеҙ, телефонығыҙҙы һүндереп ҡуйығыҙ, һәр хәлдә, мутлашыусыларҙың ҡотҡоһона бирелмәгеҙ, тип иҫкәртә белгестәр. Бер ҡасан да шикле операцияларҙа ҡатнашмағыҙ! Енәйәт ҡылыуҙа ҡатнашмағыҙ!” – тип киҫәтә хоҡуҡ һаҡлау органдары.
Үкенескә ҡаршы, мутлашыусылар тоҙағына эләгеүҙән бер кем дә страховкаланмаған, беҙҙе был осраҡта тик айыҡ аҡыл, уяулыҡ ҡына ҡотҡара ала – шуны онотмайыҡ!
Роза САФИНА.
Селтәр хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре
Үрҙә әйтеп үтелгән хәлдәргә тарымаҫ өсөн Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы республика халҡын иҫкәртә, уяулыҡты юғалтмаҫҡа, кредит алыуҙы иҫкәртеү маҡсатында тип алдаштырғанға ышанып, таныш булмаған иҫәптәргә аҡса күсермәҫкә тип киҫәтә. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, банк хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да картағыҙҙың мәғлүмәттәрен һорамаясаҡ һәм мәсьәләне телефон аша хәл итмәйәсәк. Әгәр һеҙгә билдәһеҙ номерҙан шылтыратып, һеҙгә кредит алырға теләйҙәр икән, телефонды ҡуйып, банкка барғаның хәйерле. Таныш булмаған кеше шылтыратһа, аҡса тураһында һөйләшмәгеҙ, телефонығыҙҙы һүндереп ҡуйығыҙ, тип иҫкәртә белгестәр.
Әйткәндәй, Рәсәй Банкы үҫмерҙәр өсөн уларға ниндәй эштәрҙән һаҡланырға кәрәк икәнлеген аңлайышлы телдә аңлатыусы асыҡ күренеп торған карточкалар сығарған. Дроппер тотолған осраҡта, енәйәт яуаплылығына тарттырыла – уны алты йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай. Банктар дропперҙың иҫәптәрен һәм карталарын яба. Дропперҙар тураһында мәғлүмәт Рәсәй Банкының махсус базаһына тапшырыла: 2024 йылдың июленән алып улар банк хеҙмәттәре менән файҙалана алмаясаҡ.