

Республика Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов «Изге яҙылыу» хәйриә акцияһына ҡушылды. Етәксе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың ғаиләләренә балалар матбуғатын, республика һәм район баҫмаларын яҙҙы.
- Яугирҙәребеҙҙең ғаиләләренә бөтә йүнәлештәрҙә, шул иҫәптән рухи яҡтан да ярҙам итергә кәрәк. «Изге яҙылыу»ға ихлас ҡушылды, - ти Азат Бадранов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 24 майҙан 26-на тиклем хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә, ветерандарға һәм теләгән һәр кемгә «Республика Башкортостан» нәшриәт йортоноң гәзит һәм журналдарына яҙҙырып бүләк эшләргә мөмкин.
Матбуғатҡа яҙылырға теләүселәрҙе Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте стенды янында көтәләр.
Йәрминкә барышында көн һайын киске сәғәт 18:00-дә «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто баҫмаларына яҙылыусылар араһында бүләктәр ҙә уйнатыла. Отошта «Китап-байрам» йәрминкәһендә ярты йылдан кәм булмаған ваҡытҡа матбуғатҡа яҙылғандар ғына ҡатнаша ала.
Фото: Булат МАЛИКОВ
https://resbash.ru/news/kultura/2024-05-25/azat-badranov-prinyal-uchastie-v-aktsii-dobraya-podpiska-na-yarmarke-kitap-bayram-3783687