Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Йәмғиәт
26 Мая 2024, 03:30

Кешеләрҙең именлеге мөһим…

Путин граждандарҙың  именлеген РФ властарының эшен баһалауҙың мөһим критерийы тип атаны.

Граждандарҙың именлеге ил властарының эшен баһалауҙың мөһим критерийы булып тора, тип белдерҙе Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин.

"Эшебеҙҙе баһалауҙың иң мөһим критерийы - кешеләрҙең именлеге. Әгәр хөкүмәттең, төбәктәрҙең милли маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса эшмәкәрлеген баһалауҙың интеграль механизмы булып йыл һайын агентлыҡтар төҙөгән федерация субъекттарында йәшәү сифатының милли рейтингы хеҙмәт итһә, дөрөҫ булыр тип уйлайым", - тип билдәләне Путин Стратегик башланғыстар агентлығының күҙәтеү советы ултырышында.

Рәсәй лидеры һүҙҙәренсә, бындай рейтинг "ғаиләләргә ярҙам итеүҙе, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф мәсьәләләрен, шулай уҡ экологик именлекте һәм төбәктәрҙә йәшәү өсөн мөхит булдырыуҙы үҙ эсенә алған бөтә төп йүнәлештәргә ҡағыла".

Р.ҒӘЛИМОВА

Кешеләрҙең именлеге мөһим…
Кешеләрҙең именлеге мөһим…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас