Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Май 2024, 13:20

Бөгөн Стәрлетамаҡта сик һаҡсылары көнө билдәләнде

 28 майҙа Рәсәйҙә сик һаҡсылары Көнө билдәләнә. Был ваҡиғаға арналған тантаналы сара Г.К. Жуков исемендәге ҡала скверында сик һаҡсылары һәйкәле янында сик буйы ғәскәрҙәре флагын сығарыу һәм Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын башҡарыу менән асылды.

Ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, сик һаҡсыларын ҡала халҡы исеменән ҡотлап, дәүләт сиген һаҡлау -  һәр ил өсөн һәр ваҡыт беренсе сиратта торған бурыс булыуын билдәләне. Был  хаҡта тулыраҡ  баҫмабыҙҙың киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Р.ҒӘЛИМОВА.

С,КРАМСКОВ фотоһы.

Бөгөн Стәрлетамаҡта сик һаҡсылары көнө билдәләнде
Бөгөн Стәрлетамаҡта сик һаҡсылары көнө билдәләнде
Автор:Римма Галимова
Читайте нас