Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Йәмғиәт
29 Мая 2024, 08:50

Булдыҡлы етәксе, иң шәп доктор!

Республикала медиаплан сиктәрендә уҙғарылған “Иң яҡшы йыл табибы-2024” конкурсы  тамамланды. Был конкурс илебеҙҙәге һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә иң мөһим һәм абруйлы  ваҡиғаларҙың береһе булып тора. Быйыл конкурста Башҡортостандың төрлө тарафтарынан йәмғеһе 247 белгес ҡатнашты.

Булдыҡлы етәксе, иң шәп доктор!Булдыҡлы етәксе, иң шәп доктор!
Булдыҡлы етәксе, иң шәп доктор!

Стәрлетамаҡ  1-се һанлы ҡала клиник дауаханаһына ҡараған  табип-докторҙар араһында ла  үҙ эшенең оҫтаһы булған һөнәр эйәләре, һөнәри  конкурстарҙа ҡатнашып еңеүҙәр яулаусы, приздарға лайыҡ булыусы  һөнәрмәндәр булыуы беҙҙең өсөн айырыуса шатлыҡлы  хәл.

1-се дауахана ҡарамағындағы Стәрлетамаҡ районы Талас ауылы участка дауаханаһы баш табибы  Хәниф Ғиндәлиф улы Мәхмүтов  ошо конкурста “Иң яҡшы ауыл табибы” номинацияһында еңеүсе тип танылды. Бөгөн һүҙебеҙ – уның тураһында.

Хәниф Мәхмүтовтың  медицина өлкәһендәге дөйөм стажы ҡырҡ йылдан ашыу. 1983 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын “Дауалау эше” белгеслеге буйынса тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ “Сода” медицина санитария часы базаһында  интернатура үтә. 1984 йылдың авгусынан йәш белгесте Стәрлетамаҡ районы Талас ауылы  участка дауаханаһына участка терапевы итеп эшкә ебәрәләр. Шул уҡ ваҡытта уны баш табип итеп ҡуялар. Бына хәҙер ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт инде  ул арымай-талмай кешеләрҙең сәләмәтлеге һағында тора. Ошо йылдарҙа  Хәниф Ғиндәлиф улы, булдыҡлы етәксе булыу менән бергә, үҙен юғары  квалификациялы, дисциплиналы белгес итеп күрһәтә. Үҙ белемен даими камиллаштырыу өҫтөндә эшләй. Табип участкаһында тиҫтәләрсә йылдар эсендә сабый балаларҙың һәм йәш әсәләрҙең үлем осраҡтары булмауы, һаулыҡ һаҡлау йәһәтенән сифат һәм һан күрһәткестәре тейешенсә үтәлеүе тап уның үҙ эшенә оло яуаплылыҡ менән ҡарауы тураһында  һөйләй. Әлеге ваҡытта Хәниф Ғиндәлиф улы етәкләгән терапия участкаһы Бүреҡаҙған ауыл советына ҡараған Талас, Бүреҡаҙған, Садовка һәм Марьевка ауылдары халҡын  хеҙмәтләндерә. Шулай уҡ уның ҡарамағындағы педиатрия участкаһы – 7 тораҡ пункттағы: Талас, Бүреҡаҙған, Садовка, Первомайское, Абдрахман, Красноармейская, Константиноградовка ауылдарындағы балаларҙың һаулығы һағында тора.

Ауыл ерендә эшләгән табиптарға төрлө ауырыуҙар менән эш итергә тура килә. Баш табип Хәниф Ғиндәлиф улына бер үк ваҡытта невролог та, кардиолог та булырға тура килә. Традицион булмаған медицина ысулдарын да әүҙем ҡуллана табип. Энә-рефлекс терапияһы, асығыу ысулы менән дауаланыу алымдарын ҡулланып та күп кешене тиҙ арала һауыҡтырыуға өлгәшә. Мәскәүҙә туҡланыу институтында диетология буйынса махсус курс үтеү ҙә үҙ һөҙөмтәһен бирә. – Дарыуҙар сирҙең симптомдарын ғына дауалай, ә Көнсығыш медицинаһында сирҙең сәбәптәрен тамырынан йолҡоп алыуҙы маҡсат итеп ҡуялар.  Улар кешенең энергетик тышсаһы менән  әүҙем эшләйҙәр. Организмды таҙартыу ҙур әһәмиәткә эйә, - тип бүлешә дауалау серҙәре менән тәжрибәле табип. – Ошондай ысул менән дауаланыу маҡсатында  мин үҙем дә ҡырҡ көн ас торғаным бар. Ләкин ас тороу – эшһеҙ тороу тигән һүҙ түгел, киреһенсә, күберәк хәрәкәтләнергә, күберәк күләмдә һыу эсергә, организмдан ағыулы матдәләрҙе йыуҙырып сығарырға кәрәк. Асығыуҙың үҙ методикаһы бар, был халәттән дөрөҫ итеп сыға белергә лә кәрәк, - ти доктор.

Был  дауалау ысулын ул кеше үҙе һорағанда йәки ғәҙәти медицина ярҙам итә алмаған осраҡта ғына ҡуллана икән.

Үҙ эшен яҡшы белгән һәм намыҫ менән башҡарған табип булыу менән бергә, Хәниф Ғиндәлиф улы биналарҙы ремонтлау, йылытыу, дауахана биләмәһен төҙөкләндереү кеүек  хужалыҡ эштәрен дә берҙәй үк юғарылыҡта алып бара.

Хәниф Ғиндәлиф улы ауыл ерендәге дауалау эш нескәлектәре менән дә таныштырып үтте.

- Ғәҙәти табиптарҙан айырмалы булараҡ, беҙ күберәк пациент менән аралашыуға ваҡытты бүлергә тырышабыҙ. Ауыл ерендә сират әллә ни ҙур булмай, шуға күрә уларҙың һәр береһе менән шәхсән һөйләшергә ваҡыт бүлергә мөмкинселек бар, - ти доктор. Шулай итеп, ауырыған кешенең йәнен дә дауалап, тейешле дауа билдәләп, ул күңел күген баҫҡан ауыр болоттарҙы таратырға ярҙам итә. Ә инде отчет эштәре пациенттарҙы ҡабул иткәндән һуң башҡарыла.

Булдыҡлы етәксе, иң шәп докторға  халыҡ ҙур ышаныс менән ҡарай һәм сикһеҙ рәхмәттәрен яуҙыра!

Роза САФИНА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

 

Фәнил Ишморатов, хаҡлы ялда:

- Бала саҡтан Талас ауылы дауаханаһына йөрөйөм. Әлбитә, йәш саҡта сәләмәтлек ныҡ ине. Олоғая килә һаулыҡ үҙен һиҙҙерә. Бөгөн бына ҡалаға барып тормайынса анализдар тапшырҙым.Һөҙөмтәләренең артынан да йөрөйһө түгел. Бик уңайлы.

 

 

 

 

 

 

Автор:Роза Сафина
Читайте нас