Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
29 Май 2024, 13:15

Хәрбиҙәрҙең туғандары һәм яҡындары иғтибарына!

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте ветеран ойошмалары менән берлектә июнь айында МХО зонаһына гуманитар конвой һәм шулай уҡ шәхси посылкалар ебәреүҙе планлаштыра. Ошоға бәйле 3 июндән 13-нә тиклем “Ватан” хәрби-патриотик беремәһе  базаһында (Шайморатов урамы, 4) беҙҙең хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн шәхси посылкалар ҡабул ителәсәк.

Хәрбиҙәрҙең туғандары һәм яҡындары иғтибарына!Хәрбиҙәрҙең туғандары һәм яҡындары иғтибарына!
Хәрбиҙәрҙең туғандары һәм яҡындары иғтибарына!

Посылкаларға талаптар:

- бер посылканың ауырлығы 7 килограмдан артмаҫҡа тейеш;

- адресаттың бөтә мәғлүмәттәрен тултырып (хәрби хеҙмәткәрҙең исем-шәрифтәрен һәм позывнойын, уның телефон номерын яҙып), асыҡ килеш алып килергә, (подразделениеһын һәм уның дислокация урынын тулыһынса яҙырға һәм шулай уҡ посылканы ебәргән кешенең исем-шәрифтәре һәм телефон номеры мотлаҡ күрһәтелергә тейеш);

- тыйылған әйберҙәрҙе  һәм тиҙ боҙола торған аҙыҡ-түлекте килтермәҫкә.

Посылка яугирҙың туғаны янында урында уҡ тултырыласаҡ.

Ҡабул итеү графигы: эш көндәрендә сәғәт 9:00-дән алып 18:00-гә тиклем (13:00-дән 14:00-гә тиклем төшкө ял).

 

Яуаплы кешенең контакт номеры: 8-987-486-21-19, Наталья Алексеевна.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас