Традицион рәүештә ҡалабыҙҙың тарихи үҙәгендә Салауат Юлаев исемендәге сквер майҙанында уҙғарылып килгән ҙур фестиваль былтыр үҙенә 60 меңләп кешене йыйғайны, шуға ойоштороусылар был юлы уны өс көн дауамында уҙғарырға булды. Программала – һөнәрселәрҙең ҙур йәрминкәһе, театрлаштырылған тамашалар, бейеү фестивале, рус халыҡ йырҙары кисәһе һәм башҡа бихисап саралар планлаштырыла. Салауат майҙанынан тыш, күңел асыу саралары ҡалабыҙҙың төҙөкләндерелгән яр буйҙарында ла ойоштороласаҡ.
“Мәҙәниәттәр калейдоскобы” – быйыл Халыҡ-ара статус аласаҡ фестивалдең концепцияһын ойоштороусылар шулай тип билдәләгән.
Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә, хатта яҡын сит илдәрҙән дә саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашлығында милли кейемдәр парады, бейеү, театр фестивалдәре үтәсәк.
“Купец 2.0” үҙенең антуражы менән дан тота: егерменсе быуат башына тиклем сауҙагәр йәрминкәләре гөрләп торған Стәрлетамаҡ бер нисә көнгә революцияға тиклемге өйәҙ ҡалаһына әйләнәсәк. Ҡунаҡтарҙы йәлеп итеү үҙәге булған Салауат майҙанында бөтә илдән йыйылған халыҡ оҫталарының һөнәрселек йәминкәһе буласаҡ. Ойоштороусылар яҡын арала уҡ заявкалар ҡабул итә башлай.
Төп майҙанда тәмле-тәмле аштар менән һыйланыу өсөн гастрозона планлаштырылған. Шәп тауарҙары менән кәсеп итеүсе сауҙагәрҙәр, ваҡ-төйәк һатып йөрөүсе ҡырҡтартмасылар, кәмитселәр фестиваль ҡунаҡтарының күңелен күрәсәк. Улар менән бергәләп әйлән-бәйлән уйнарға, бейергә төшөп китергә һәм фотоға төшөргә мөмкин буласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда фестиваль Russian Event Awards ваҡиға туризмы өлкәһендәге абруйлы милли премияла “Тарихи йүнәлештәге иң шәп туристик ваҡиға” номинацияһында еңеүсе булып Гран-при яуланы һәм илдең милли ваҡиғалар календарына индерелде. 2023 йылда ул йәнә ошо Халыҡ-ара премияның еңеүселәре һәм илдең иң билдәле 65 туристик ваҡиғаһы иҫәбенә инде.
Яңылыҡтарҙы “Купец 2.0” фестиваленең рәсми сәхифәһендә “Бәйләнештә” селтәрендә һәм “Телеграм”да күҙәтеп барығыҙ.
Проекттың ойоштороусылары: Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, БСК акционерҙар йәмғиәте ярҙамында “Фестиваль дирекцияһы” коммерция булмаған автоном ойошмаһы.
Ойоштороу комитеты.