Был исем 1998 йылда үҙгәртелгәйне. Ул саҡта атаманы үҙгәртеүҙең рәсми сәбәбен хеҙмәтте яңыртыу һәм уның ыңғай имиджын булдырыу тип атағайнылар.
Совет Дәүләт автоинспекцияһының тарихы 1936 йылдың 3 июлендә, СССР Халыҡ комиссарҙары советы “СССР эшсе-крәҫтиән милицияһының баш идаралығы инспекцияһы дәүләт автмобиль инспекцияһы тураһында”ғы положениены раҫлағандан һуң башлана. Ул саҡта НКВД-ның (Эске эштәр халыҡ комиссариаты) яңы бүлеге – Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре беренсе сиратта юлдарҙағы авариялар менән көрәшергә тейеш була.
Бынан тыш, улар автотранспортты файҙаланыуҙың техник нормаларын эшләйҙәр, һәм шулай уҡ водителдәр әҙерләү һәм тәрбиәләү өсөн яуаплы булалар.
Р.САФИНА.