Һәр кемдең тормошонда бала саҡ – иң матур һәм ғәмһеҙ мәлдәрҙең береһе. Беҙҙең яҡты һәм матур хәтирәләр тап ошо осор менән бәйле. Өлкәндәрҙең бурысы – балаларҙы һөйөү һәм хәстәрләү, үҫеп килеүсе быуынға иғтибар бүлеү һәм һәр бала шәхесен ихтирам итеү.
Балалар – беҙҙең бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ. Улар ниндәй буласаҡ, үҙҙәренә ниндәй юлды һайлаясаҡтар, ниндәй донъяла йәшәйәсәктәр – уныһы ла беҙҙән тора. Йәш быуын хәүефһеҙ, бәхетле һәм ҡайғы-хәсрәтһеҙ үҫһен өсөн беҙ барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Уларҙы һау-сәләмәт, һәр яҡлап үҫешкән, тәртипле, намыҫлы һәм үҙ ҡалаһын яратҡан кеше итеп үҫтереү – ата-әсәләребеҙҙең һәм йәмғиәтебеҙҙең бурысы.
Ҡәҙерле балалар, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бай йөкмәткеле каникулдар, йәйге сағыу тәьҫораттар теләйем!
Уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын. Бала саҡ һеҙҙең тормошоғоҙҙа иң яҡшы осорҙарҙың береһе булып ҡалһын. Үҙегеҙҙең ата-әсәләрегеҙең лайыҡлы дауамы булып, өлкән быуынды ҡәҙер-хөрмәт итеп, Ватаныбыҙҙың патриоттары булып үҫегеҙ. Һәр ғаиләлә тыныслыҡ, ҡот-бәрәкәт булһын, һәр баланың тормошо ата-әсәләренең һәм яҡындарының һөйөүе һәм иғтибары менән тулы булһын!
Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы
ҡала округы хакимиәте башлығы.