Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Июнь 2024, 02:30

Рәсәйҙең иртәгәһе беҙҙән тора

Рәсәйҙең иртәгәһе беҙҙән тораРәсәйҙең иртәгәһе беҙҙән тора
Рәсәйҙең иртәгәһе беҙҙән тора

Хөрмәтле Стәрлетамаҡ халҡы!
Һеҙҙе иң мөһим дәүләт байрамдарының береһе – Рәсәй көнө менән ҡотлайым! Беҙҙең ил – йолалары һәм мәҙәниәте дөйөм милли байлыҡҡа әйләнгән күп халыҡтар өсөн уртаҡ йорт. Фәҡәт ҡыйыу, маҡсатҡа ынтылыусан, талантлы, теләһә ҡайһы ваҡытта ла Ватанды яҡларға әҙер булған кешеләр Рәсәй дәүләтенең төп  байлығы, төп таянысы булып тора. 

Рәсәйҙең уңыштары – ул уның миллионлаған граждандарының ҡаҙаныштары. Беҙ Илебеҙ өсөн ихлас ғорурлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ, уның яҙмышына бәйле булыуыбыҙҙы тоябыҙ, уның сәскә атыуына өлөш индерәбеҙ.

Рәсәйҙең иртәгәһе нисек булырын күреү беҙҙең һәммәбеҙҙән дә тора. Беҙ берҙәмлегебеҙ һәм татыулығыбыҙ арҡаһында үҙ көсөбөҙгә ышанабыҙ һәм тағы ла юғарыраҡ бейеклектәргә өлгәшә алырбыҙ.

Ысын йөрәктән һәммәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр һәм именлек теләйем. Байрам менән!

Рөстәм Ғәзизов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас