16 июнь – мосолман календары менән Зөлхизә айының 10-сы көнө. Аллаһы Тәғәлә ошо айҙың көндәре (айҙың тәүге ун көнө) менән ант итә. Пәйғәмбәребеҙ һәм “Ошо донъяла иң яҡшы көндәр Зөлхизә айы көндәрелер”, – ти. Икенсе хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ айҙың беренсе ун көндәре тураһында: “Аллаһы Тәғәлә алдында ошо ун көндән бөйөгөрәк көндәр юҡтыр”, – ти. Башҡа көндәрҙә эшләнгән эштәргә ҡарағанда ошо ун көн эсендә эшләнгән яҡшы эштәрҙе яраталыр. Пәйғәмбәребеҙ сәхәбәләре ошо ун көн эсендә бер-береһе менән яҡшы эштәрҙә ярышалар ине, Аллаһы Тәғәләне бөйөкләйҙәр, ураҙа тотоп, нәфел намаҙҙары уҡыйҙар һәм хәйер тараталар ине. Бына ошо көндәрҙең бөйөклөгөн белгәндән һуң нисек итеп беҙ уны ғәмһеҙлектә үткәрергә тейеш? Бына шуға ла беҙ Аллаһы Тәғәләне ололоҡлап, үкенеү менән яҡшы эштәр генә эшләп һәм иң мөһим ғәрәфә көндө – Зөлхизә айының туғыҙынсы көнөн – 15 июнде ураҙа тотоп үткәрергә тейешбеҙ. 16 июнь мосолмандар өсөн иң бөйөк байрамыбыҙ – Ҡорбан байрамы була. Мосолмандар йолаһы буйынса, ҡорбан салып Аллаһының бойороҡтарын үтәп, Аллаһы Тәғәләгә яҡын булыуҙы аңлата. Ҡорбан салыу Пәйғәмбәребеҙҙең Мәккәнән Мәҙинәгә күсеүенең икенсе йылында хәленән килгән һәр бер мосолманға йөкмәтелде. Ҡорбан салыу – Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыуҙың бер формаһы, бына шуға ла ошо изге эшкә иғтибарһыҙлыҡ күрһәтергә тейеш түгелбеҙ. Пәйғәмбәребеҙ бөтөн ҡала халҡы менән ғәйет намаҙын уҡырға ҡаланан сығып бер урында уҡыла ине.
Ғәйет намаҙына сығыр алдынан беренсе эшебеҙ ғөсөл ҡойоноуҙан башлана, өр-яңы таҙа кейемдәр кейеп, хушбуйланырға тейешбеҙ. Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн генә бөтөн ғаилә исеменән ҡорбан салырға тейешбеҙ. Ҡорбанлығыбыҙҙың беренсе ҡаны тамыу менән бөтөн гөнаһтарыбыҙ кисерелә һәм Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте яуа. Бына шулай бәләкәй генә эш менән бөйөк яҡшылыҡҡа эйә булабыҙ. Ҡорбан итенә килгәндә, ул өс өлөшкә бүленә: бер өлөшө етем, фәҡир, меҫкендәргә таратыла; икенсе өлөшөн бешереп, туғандарҙы, дуҫтарҙы, күршеләрҙе саҡырып һыйлайбыҙ; өсөнсөһөн үҙебеҙгә алып ҡалырға мөмкин. Пәйғәмбәребеҙ: “Өммәтемдең яҡшылары ҡорбан сала, ямандары уны ҡалдыра”, – тип әйтә ине.
Ҡорбан фәҡәт мәсеттәрҙәге ғәйет намаҙынан һуң ғына салына. Ҡорбан салырға ниәтләгән һәр кем ғәйет намаҙында ҡатнашырға тейеш.
Быйыл кем иртәрәк ҡорбан салам тиһә, ғәйет намаҙы
Стәрлетамаҡ районы Отрадовка ауылы мәсетендә иртәнге сәғәт 5:30-ҙа, Тыныслыҡ урамындағы Яңы мәсеттә – сәғәт 7-лә, Латипов урамындағы Иҫке мәсеттә – 8-ҙә, Ҡаранай Моратов урамындағы Мөхәммәтсәлим исемендәге мәсеттә сәғәт 10-да уҡыла.
Һәммәгеҙҙе лә ошо ғәйет көнө менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, ил-көндәребеҙгә, донъяларыбыҙға тыныслыҡ теләп,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы имам-мөхтәсибе Ришад хәҙрәт РАФИҠОВ.