Бөгөн беҙ кемдәр медицина менән бәйле – уларҙың һәммәһенә лә рәхмәт әйтәбеҙ. Көн һайын һеҙ күпме ғүмерҙәрҙе ҡотҡараһығыҙ, халҡыбыҙҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡалаһығыҙ, мохтаждарға үҙегеҙҙең йылылығығыҙҙы һәм хәстәрлегегеҙҙе бүләк итәһегеҙ. Һаулыҡ һаҡлау системаһында эшләү – ул шәфҡәтлелек, фиҙаҡәрлек һәм кешеләргә ярҙам итергә теләү кеүек сифаттар нигеҙ булып торған һөнәр.
Һаулыҡ һаҡлау ветерандарына айырым рәхмәт. Һеҙҙең хеҙмәт һөйөүсәнлегегеҙ һәм үҙ эшегеҙгә сикһеҙ тоғро булыуығыҙ йәш белгестәр өсөн ысын өлгө булып тора.
Хөрмәтле медицина хеҙмәткәрҙәре! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле, мул тормош, һәм рәхмәтле пациенттар теләйем. Изге эшегеҙҙә артабан да уңыштар юлдаш булһын!
Рөстәм Ғәзизов,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.