– Беҙҙең участка Элеватор урамынан алып ҡаланың тоташ Көнбайыш биҫтәһен хеҙмәтләндерә. Беҙҙең ҡарамаҡта йәмғеһе 15 биләмә – унда парк, скверҙар, аллеялар, бульварҙар, йәйәү йөрөү зоналары инә, – тип таныштыра үҙҙәренең эш нескәлектәре менән 3-сө участка начальнигы Гөлсәсәк Буранғолова. – Беҙҙең ҡарамаҡтағы биләмәләр ҙур булһа ла, эшсе ҡулдар етешмәү сәбәпле, уларҙы 18 генә кеше хеҙмәтләндерә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ял көнө тип, байрам тип иҫәпләшеп тормайбыҙ, ҡалабыҙ ялт итеп торһон өсөн ең һыҙғанып эшләйбеҙ, – ти Гөлсәсәк Шәрәфетдин ҡыҙы. – Беҙҙә күпселеге ҡатын-ҡыҙҙар эшләй, ир-егеттәр ҙә бар. Шуларҙың икәүһе миҙгел эшселәре. Беҙ бер ғаилә кеүек татыу һәм берҙәмбеҙ.
Гөлсәсәк ханым үҙе Бөрйән ҡыҙы, Нәби ауылынан.
– Был эшкә осраҡлы ғына килеп эләктем. Декрет ялында ултырғанда күршеләрем ошонда эшләй ине, мине үҙҙәренә эшкә саҡырғас, бер миҙгел генә эшләп ҡарайым әле тип барғайным. Бына хәҙер 93-сө йылдың апреленән бирле 31 йыл инде ошонда эшләп ҡалаға хеҙмәт итәм.
“Ә уға тиклем ҡайҙа эшләнегеҙ?” тигән һорауға ул: “Төп һөнәрем – филолог. Стәрлетамаҡ педагогия институтын уҡып бөткәндән һуң үҙ һөнәрем буйынса аҙ ғына эшләп ҡалдым. Яҙмышымды тап ошо өлкәгә бәйләүемә һис тә үкенмәйем. Ябай эшсе генә булып башлағайным, күп тә үтмәй мастер итеп ҡуйҙылар, ә хәҙер егерме йылдан ашыу инде участка начальнигы йөгөн тартам, – ти Гөлсәсәк Буранғолова ҡәнәғәт йылмайып. – Яратҡан эш – ярты бәхет тигәндәре шулдыр.
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.
Һүрәттә: участкала ир-егеттәр аҙыраҡ булһа ла, төп эштәрҙе уларҙан башҡа күҙ алдына