Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь , 10:16

ЭХ. ҺАБАНТУЙ, ҺАБАНТУЙ, БЕЙЕП-ЙЫРЛАП, УЙНАП ТУЙ!..

Айыусылар һабан байрамын үҙенсәлекле итеп уҙғарҙы Һабантуй –  халҡыбыҙҙың борондан килгән матур йолаһы. Ул һабан эштәре, яҙғы сәсеү эштәре бөткәндән һуң уҙғарыла торған хеҙмәт һәм берҙәмлек байрамы. Әлбиттә, заманлар үҙгәреү менән һабантуйҙар ҙа үҙгәрештәр кисерә, ләкин, ул ниндәй генә форматта үтһәлә, күңелдәрҙәге рух элеккесә ҡала. Стәрлетамаҡ районы халҡы  был байрамды йыл да ҙур кинәнес һәм ғорурлыҡ тойғоһо менән үткәрә.  8 июндә ул райондың  бөтә егерме ауыл биләмәһендә лә гөрләп үтте (әйткәндәй, бындай форматтағы байрам быйыл беренсегә үтә). Айыусы ауылында үткән һабантуй ҙа үҙенә йөҙҙәрсә кеше йыйып, күңелдәрҙә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.  

ЭХ. ҺАБАНТУЙ, ҺАБАНТУЙ, БЕЙЕП-ЙЫРЛАП, УЙНАП ТУЙ!..
ЭХ. ҺАБАНТУЙ, ҺАБАНТУЙ, БЕЙЕП-ЙЫРЛАП, УЙНАП ТУЙ!..

Төп сәхнәлә – ялан һәм яу батырҙары!

Айыусы ауылындағы һабан байрамын Айыусы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Аҙнаев асып ебәрҙе. Күренекле шәхестәр сығарған бай тарихлы юрматы еренә был көндө төрлө тарафтарҙан бихисап ҡунаҡтар килгәйне. Тыуған ерҙең ғорурлығы булған яҡташтар, артистарҙың сығышы, оҫталыҡ дәрестәре, халыҡ кәсептәре күргәҙмәләре, тәмле-тәмле милли аштар,  бил бирмәҫ батырҙарҙың көрәш ярыштар –  йәшенә лә, ҡартына  ла йәне теләгәнде һайлап алырға була ине был көндө. Ә инде ҡыйыуҙар һәм тәүәккәлдәр сәмле ярыштарҙа ҡатнашып үҙҙәренең көсөн  һынап ҡараны. Хатта һабантуйҙың иң ҡыҙған мәлендә ҡойоп яуған ямғыр ҙа ҡамасаулай алманы, күңелдәрҙе китмәне.

Бына тулҡынландырғыс мәл етә: һабантуй әләме күтәрелә, уның артынса район хакимиәте башлығы Рита Сәмиғуллина һүҙ ала. Район етәксеһенең ялҡынлы сәләмдәре Ашҡаҙар буйҙарына, ялан-ҡырҙарға таралып рухтарҙы күтәреп ебәрә. Быйылғы һабантуйҙы ялан батырҙары, аграрийҙарыбыҙ, хеҙмәтсән халҡыбыҙҙың теләге буйынса ошондай форматта уҙғарырға булдыҡ, тине ул халыҡҡа өндәшеп. Нисек кенә булмаһын, илдә барған махсус хәрби операция шарттары менән иҫәпләшмәйенсә булмай, ә тормош дауам итә.

– Ошо ауыр ваҡытҡа ҡарамаҫтан, беҙ бөгөн үҙебеҙҙең берҙәмлегебеҙҙе, татыу берҙәм булып ҡалабыҙ һәм шуның өсөн бергә йыйылдыҡ, ниндәй генә ауырлыҡтар булһа ла, бирешмәйенсә эшләйәсәкбеҙ, киләсәктә лә эшебеҙҙе ошондай рухта дауам итәсәбеҙ, – тип билдәләне Рита Мәҙәрик ҡыҙы. – Беҙ, беҙҙең балаларыбыҙ бәхетле, тыныс йәшәһен өсөн, илебеҙҙең бәхетле киләсәге өсөн ғүмерҙәрен ҡыл өҫтөнә ҡуйып, ошондай мөмкинселек булдырған яуҙа йөрөгән яугирҙарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Яуҙағы яҡташ егеттәребеҙгә район халҡы 19 гуманитар ылау оҙатҡан, әле 20-сеһен әҙерләйҙәр, 30 тоннанан ашыу аҙыҡ-түлек, медикаменттар, ҡорамалдар, төҙөлөш материалдары, шулай уҡ 15-әр берәмек  техника оҙатылған. “Был эште беҙ күпме кәрәк булһа шунса дауам итәсәкбеҙ, – ти район етәксеһе.

 

Республикала иң юғары күрһәткестәр

Хакимиәт башлығы агросәнәғәт комплексының үткән осоро йомғаҡтары тураһында ла һөйләп үтте, киләсәккә пландары менән бүлеште.

–  2023 йылда ауыл хужалығы продукцияһының тулайым күләме 13 миллиард һум,  иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларыныҡы 203 мең тонна тәшкил итте. Был республикалағы иң юғары күрһәткестәр. Шулай уҡ картуф, асыҡ һәм ябыҡ грунт йәшелсәләре, мал аҙығы культуралары үҫтереү буйынса ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәштек, – тине Рита мәҙәрик ҡыҙы башҡарылған эштәргә ҡараш ташлап. – Район эшсәндәре үткән ҡышын да һөҙөмтәле эшләне, яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы башҡарып сыҡты,  сәсеүҙе тәүгеләрҙән булып тамамланы – тимәк, 2024 йылғы уңышҡа ышыныслы нигеҙ һалынды тип әйтә алабыҙ. Әлеге ваҡытта  Стәрлетамаҡ районындағы дөйөм сәсеү майҙаны 121 мең гектар, яҙғы культуралар сәсеүлектәре 93 мең гектар тәшкил итә. 81 мең гектар ерҙе иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары биләй.  18 мең гектар ергә көнбағыш сәселгән, 17 мең гектар ерҙе мал аҙығы культуралары, силос өсөн сәселгән кукуруз биләй. Үҫемлектәрҙе ҡарау эштәренә лә дәррәү тотонғандар,  мал аҙығы әҙерләү буйынса эштәр башланған.

Агросәнәғәт комплексының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып малсылыҡ тора. Бөгөнгө ваҡытта район хужалыҡтарының бөтә категорияларында йәмғеһе 31 380 баш эре мал иҫәпләнә. Йыл башынан алып биш ай эсендә 69 752 центнер ит, 270 510 центнер һөт етештерелгән, бер фураж һыйырҙан 3 156 кг һөт һауып алынған.

– Һабантуй – ул эшсәндәребеҙҙең тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте менән районыбыҙҙы ауыл хужалығы производствоһының бөтә йүнәлештәрендә лә   алдынғылар рәтенә  сығарған байрам ул. Бөтә хеҙмәтсән ауыл халҡына оло рәхмәтемде еткерәм! – тип  ослап ҡуйҙы ялҡынлы сығышын хакимиәт башлығы һәм бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына рәхмәт хаттары һәм маҡтау грамоталары тапшырҙы.

 

 Ғорурланырлыҡ яҡташтарыбыҙ бар!

Айыусылар күренекле шәхестәре менән дә лайыҡлы. Профессор, совет һәм Рәсәй этнографы, тарих фәндәре докторы Рим Янғужин; БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығы директоры Тимерхан Биккинин; РФ-ның атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре  Ишҡәле Аҙнаев; Өфөләге химия предприятиеһы  етәксеһе Салауат Аҙнаев, Стәрлетамаҡ  районында Шәжәрә байрамын башлап ойоштороусыларҙың береһе,  2006 йылда Айыусы ауылында 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы Ҡаһым түрәгә һәйкәл һәм халҡыбыҙҙың мәшһүр “Ашҡаҙар” йырына мемориаль таш ҡуйыуҙы ойоштороуҙың башында торған Велмир Аҙнаев  һәм үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте менән кесе Ватанын күтәргән башҡа бихисап шәхестәре менән дан тота был ауыл.

Әлеге ваҡытта Айыусы ауыл биләмәһенән 15 кеше махсус хәрби операцияла ҡатнашып, Тыуған илебеҙ сиктәрен лайыҡлы һаҡлай. Әле отпускыға ҡайтҡан ике егетте Һаабантуйҙа дәррәү алҡышлап ҡаршыланылар һәм рәхмәт хаттары тапшырҙылар.

Бөтә яҡташтарыбыҙ исеменән: “Фәҡәт ошондай батырҙарыбыҙ арҡаһында илебеҙ имен булыр, еңеү беҙҙең яҡта булыр!” тип илебеҙ һаҡсыларына оло  рәхмәттәрен еткерҙеләр.

 

“Эш бөткәс уйнарға ярай”

Байрам ауылдың һәм райондың ижади коллективтарҙың береһенән-береһе сағы сығыштары, спорт ярыштары, уҡ атыу, тоҡ менән һуғышыу, бағанаға менеү, шахмат һәм шашка уйындарынан гөрләп торҙо.

Ошо матур сара тураһындағы мәҡәләне йомғаҡлап БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Фарит Ғүмәровтың һүҙҙәрен иҫкә төшөрәйек: “Һабантуй йөрәктәрҙә шатлыҡлы ваҡиға булып һаҡланһын, тормошобоҙҙо йәмләһен! Һеҙҙең райондағы ошо  матур һабантуй республикабыҙҙа эшһөйәр, көслө рухлы кешеләр йәшәүенә матур  өлгө булып тора. Халҡыбыҙ тыныс  йәшәһен, имен тормошта  илебеҙгә хеҙмәт итһен өсөн, быйыл көҙ һайлауға барып, лайыҡлы республика етәксеһен  һайлаясаҡбыҙ. Тыуған Башҡортостаныбыҙ имен булһын һәм сәскә атһын – беҙҙең уртаҡ маҡсатыбыҙ ошо!..”

Эйе, “эш бөткәс уйнарға ярай”, Айыусы халҡының  был байрамды гөрләтеп үткәрергә хаҡы бар!..

Людмила ПЫЛАЕВА.

Стәрлетамаҡ районы.

Юрий НЕСТЕРЕНКО фотолары.

ЭХ. ҺАБАНТУЙ, ҺАБАНТУЙ, БЕЙЕП-ЙЫРЛАП, УЙНАП ТУЙ!..
ЭХ. ҺАБАНТУЙ, ҺАБАНТУЙ, БЕЙЕП-ЙЫРЛАП, УЙНАП ТУЙ!..
ЭХ. ҺАБАНТУЙ, ҺАБАНТУЙ, БЕЙЕП-ЙЫРЛАП, УЙНАП ТУЙ!..
ЭХ. ҺАБАНТУЙ, ҺАБАНТУЙ, БЕЙЕП-ЙЫРЛАП, УЙНАП ТУЙ!..
ЭХ. ҺАБАНТУЙ, ҺАБАНТУЙ, БЕЙЕП-ЙЫРЛАП, УЙНАП ТУЙ!..
ЭХ. ҺАБАНТУЙ, ҺАБАНТУЙ, БЕЙЕП-ЙЫРЛАП, УЙНАП ТУЙ!..
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: