Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Июнь 2024, 13:47

22 июндәге күргәҙмәлә 22 портрет, 22 тарих, 22 яҙмыш ҡара-аҡ төҫтәрҙә һүрәтләнде

19 июндә Тамара Андрееваның “Һуғыш балалары” тип аталған үҙенсәлекле, уникаль почерклы фотокүргәҙмәһе  асылды. “Сәнғәт оҫтаханаһы” мәғлүмәт-мәҙәниәт үҙәгендә (3-сө моделле китапхана) “Урын генийы” федераль проекты сиктәрендә Тамара Андрееваның “Еңелмәгәндәр быуыны” циклынан “Һуғыш балалары” исемле шәхси   фотокүргәҙмәһенең  презентацияһы үтте.

22 июндәге күргәҙмәлә 22 портрет, 22 тарих, 22 яҙмыш ҡара-аҡ төҫтәрҙә һүрәтләнде22 июндәге күргәҙмәлә 22 портрет, 22 тарих, 22 яҙмыш ҡара-аҡ төҫтәрҙә һүрәтләнде
22 июндәге күргәҙмәлә 22 портрет, 22 тарих, 22 яҙмыш ҡара-аҡ төҫтәрҙә һүрәтләнде

 Экспозиция Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналды. 22 июндәге күргәҙмәлә 22 портрет, 22 тарих, 22 яҙмыш ҡара-аҡ төҫтәрҙә һүрәтләнелде.
Тамара Андреева – Рәсәй һәм Башҡортостан фоторәссамдары Союзы ағзаһы, Рәсәй журналистар Союзы ағзаһы, “Стерлитамакский рабочий” гәзите фотохәбәрсеһе, Болгариялағы халыҡ-ара биеннале лауреаты (2001 һәм 2005 йылдар), Ҡытайҙағы халыҡ-ара конкурсы, “Рәсәй атай йорто” Бөтә Рәсәй  халыҡ-ара фотоконкурсы  лауреаты (2007 һәм 2012  йылдар) һәм Бөтә Рәсәй беренсе дәрәжә дипломанты,  беренсе дәрәжә “Социаль портрет”  халыҡ-ара фотоконкурсы дипломанты һәм башҡа бихисап исемдәргә лайыҡ булған фоторәссам.
Тамара Андрееваның китапханала күрһәтелгән хәрби тематикала визит карточкаһына әйләнгән “Еңелмәгәндәр быуыны” күргәҙмә экспозициялары форматы үҙ эшен дауам итә. Фотоларҙа Рәсәй йәнә төрлө йөҙҙәрҙә һынландырыла. Тамара Андреева  бала сағында  һуғыш ғәрәсәте аша үткән һәр кемдең ҡабатланмаҫ үҙенсәлеген тотоп ала белгән.

Презентацияла фотокүргәҙмә геройҙары ла ҡатнашты. Тамара Викторовнаны ҡотларға сәскәләр гөлләмәһе тотоп килгән Һуғыш балалары үҙҙәренең фотографиялары күсермәләрен иҫтәлеккә алып һөйөндө. Улар килер быуындар һуғыш күрмәһен ине, балаларыбыҙ тыныс тормошта йәшәһен ине тигән теләктә таралышты.

Р.ЗАМАНОВА.

Фотолар ҡала хакимиәте сайтынан алынды.

22 июндәге күргәҙмәлә 22 портрет, 22 тарих, 22 яҙмыш ҡара-аҡ төҫтәрҙә һүрәтләнде
22 июндәге күргәҙмәлә 22 портрет, 22 тарих, 22 яҙмыш ҡара-аҡ төҫтәрҙә һүрәтләнде
22 июндәге күргәҙмәлә 22 портрет, 22 тарих, 22 яҙмыш ҡара-аҡ төҫтәрҙә һүрәтләнде
Автор:Роза Сафина
Читайте нас