Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Июнь 2024, 04:54

Законһыҙ рәүештә бойороҡтар сығарған

Коммуналь предприятие начальнигы үҙенә законһыҙ премиялар тәғәйенләгән.

Законһыҙ рәүештә  бойороҡтар сығарғанЗаконһыҙ рәүештә  бойороҡтар сығарған
Законһыҙ рәүештә бойороҡтар сығарған

Белорет район-ара суды Межгорье ҡалаһы Торлаҡ коммуналь хужалыҡ муниципаль унитар предприятиеһының элекке начальнигына ҡарата РФ Енәйәт кодексының 160-сы статьяһының 3-сө өлөшө (“үҙенә ышанып тапшырылған хеҙмәт урынынан файҙаланып, башҡаларҙың мөлкәтен үҙләштереү, йәғни урлау”) буйынса енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарған. Енәйәт эшен ҡуҙғатыуға шул иҫәптән прокуратураның тикшереү материалдары ла  сәбәпсе булып  тора.

Күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Торлаҡ коммуналь хужалыҡ предприятиеһы етәксеһе  2021 йылдың декабрендә, һәм шулай уҡ 2023 йылдың мартында, хоҡуҡтары булмайынса,  үҙенә дөйөм алғанда 125 мең һумдан ашыу күләмдә  бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр тураһында  законһыҙ рәүештә  бойороҡтар сығарған. Алынған аҡсаны ул үҙ ҡарамағында (үҙ ихтыяры буйынса) ҡулланған. Шул уҡ ваҡытта ҡарарҙар ҡабул итеү буйынса бындай түләүҙәрҙең тәғәйенләнеше тураһында вәкәләттәр ҡала хакимиәте исеменән башҡарылған.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныған. Суд уға 2 йыл һынау срогы менән шартлы рәүештә 3 йылға иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләгән. Хөкөм ҡарары әлегә законлы  көсөнә инмәгән.

Р.ЙӘЛИЛЕВА.

 

Автор:Роза Сафина
Читайте нас