Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
26 Июня 2024, 13:56

Яҡындарына водитель таныҡлығы эшләгән өсөн

Ҡала прокуратураһы Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлегендә  коррупция хоҡуҡ боҙоуҙарын асыҡланы.

Яҡындарына водитель таныҡлығы эшләгән өсөнЯҡындарына водитель таныҡлығы эшләгән өсөн
Яҡындарына водитель таныҡлығы эшләгән өсөн

Тикшереүҙәр барышында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса ЮХХДИ идаралығы район-ара теркәү-имтихан бүлегенең ике хеҙмәткәре, “Коррупцияға ҡаршы көрәш  тураһында”ғы 273-ФЗ номерлы Федераль закон талаптарын боҙоп,  мәнфәғәттәр конфликтын булдырмау һәм яйға һалыу буйынса саралар күрмәгән.

Улар, закон талаптарын боҙоп, яҡын туғандарынан (бер осраҡта ҡыҙынан, икенсе осраҡта – атаһынан) транспорт саралары менән идара итеү хоҡуғына имтихандарҙы ыңғай баһалар менән ҡабул иткән.

Асыҡланған боҙоуҙар менән бәйле,  Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы начальнигы адресына тәҡдим индерелепде. Тәҡдим ҡаралғандан һуң ғәйепле кешеләр дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды.

 

В.А.ЧИЛИКИН,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокуроры урынбаҫары, юстиция советнигы.

 

 

Автор:Роза Сафина
Читайте нас