Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Июнь 2024, 11:09

Хыялланығыҙ, яратығыҙ, уңыштарға ирешегеҙ!

Хөрмәтле дуҫтар! Әүҙем, ижади ҡарашлы һәм маҡсатҡа ынтылыусан кешеләрҙең байрамы –  Йәштәр көнө менән иң ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!

Хыялланығыҙ, яратығыҙ, уңыштарға ирешегеҙ!Хыялланығыҙ, яратығыҙ, уңыштарға ирешегеҙ!
Хыялланығыҙ, яратығыҙ, уңыштарға ирешегеҙ!

Йәшлек – ул  ҡаҙаныштар, хыялдар, заманса лидерлыҡ  һәм төплө, сәләмәт амбициялар осоро. Был –  күп юлдар асылған, бик күп ҡыйыу идеялар һәм тәүәккәл ғәмәлдәр тыуған ваҡыт.

Стәрлетамаҡ йәштәре ҡалабыҙҙы республикабыҙҙан ситтә лә лайыҡлы күрһәтә һәм уны фән, уҡыу, ижад, спорт һәм ижтимағи эшмәкәрлек өлкәһендә үҙҙәненең ҙур еңеүҙәре менән данлайҙар. Стәрлетамаҡта тормошҡа ашырылған күп проекттар һеҙҙең тарафтан булдырылды. Беҙҙең ҡаланың яҙмышы һеҙҙең ҡулдарҙа, илебеҙҙең киләсәге һеҙҙән тора, иртәгәгебеҙ – тап һеҙҙеке.

Ҡәҙерле дуҫтар, ошо байрам көнөндә һеҙгә үҙ көсөгөҙгә ышанған, ныҡышмалы һәм әүҙем булыуығыҙҙы теләйем. Йәшлегегеҙ сағыу тәьҫораттарға һәм ҡыҙыҡлы танышыуҙарға бай булһын әйҙә.

Хыялланығыҙ, яратығыҙ, уңыштарға ирешегеҙ! Байрам менән!

Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас