Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Июль 2024, 05:54

Башҡортостанда яңы туристик комплекс төҙөйҙәр.

“Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм  шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә гарантиялы ярҙам арҡаһында Баймаҡ районында “Йомарт” ял базаһы төҙөләсәк. 

Башҡортостанда яңы туристик комплекс төҙөйҙәр.Башҡортостанда яңы туристик комплекс төҙөйҙәр.
Башҡортостанда яңы туристик комплекс төҙөйҙәр.

БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәтендә һөйләүҙәренсә,  ял базаһы булдырыу өсөн инвесторҙар 20,5 миллион һум аҡса һалырға уйлай. Шуларҙың 4,7 миллион һумын улар федераль грант рәүешендә алған. Был аҡсалар модуль урынлаштырыу сараларын һатып алыуға йүнәлтеләсәк. Ә БР гарантия фонды яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған һәм  эшҡыуарҙарға “Башҡорт микрокредит компанияһы”нан 5 миллион һум льготалы займ йәлеп итергә ярҙам иткән. Бынан тыш,  турбазаны булдырыусылар сығымдарҙың бер өлөшөн инженер һәм транспорт инфраструктураһын төҙөүҙе ҡаплау өсөн  аласаҡ.

“Йомарт” туристик комплексы йыл аҙағына тиклем асыласаҡ. Бында башҡорт  тирмәләре рәүешендә бөтә уңайлылыҡтары менән модулле ҡунаҡ йорттары урынлаштырасаҡтар, ике ҡатлы номерҙар буласаҡ,  30 урынлыҡ кемпинг зонаһы, һәм, шулай уҡ, балалар майҙансығы һәм  арҡан паркы аттракционын төҙөйәсәктәр.

– Гарантия ярҙамы бизнесты үҫтереүҙә иң уңайлы инструменттарҙың береһе булып тора. Ул эшҡыуарҙарға, хатта кредит буйынса етерлек тәьминәте булмаған хәлдә лә, үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырыуҙа кәрәкле инвестицияларҙы йәлеп итергә мөмкинселек бирә. Был, бигерәк тә, кемдәрҙең финанслауға йыш ҡына юлы сикле булған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн мөһим, - тип аңлатма бирҙе БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Ә БР гарантия фонды етәксеһе  Алексей Лазарев Башҡортостан эшҡыуарҙарына гарантия ярҙамының күләме йыл һайын арта, тип өҫтәне. Мәҫәлән, 2023 йылда ул  2022 йыл менән сағыштырғанда 2,4 тапҡырға артты.

Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, республикала эске туризм етәкселеккә Радий Хәбиров килгәс үҫешә башланы.

БР Башлығы  вазифаһы эшенең башында ул был өлкәләге хәлде  киҫкен тип атаны һәм быны кәрәкле инфраструктураның булмауы менән бәйләне. Уның ҡушыуы буйынса гранттар һәм субсидиялар, эске туризм менән шөғөлләнгән компаниялар өсөн һалым льготалары һәм административ йомшартыуҙар системаһын булдырырға ҡарар ителде.

Пандемия осоронда лә, хәҙер ҙә Махсус операция ваҡытында финанслауҙы ҡайтанан бүлеү менән бәйле ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан,  туризм өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала. Башҡортостан туристар ағымы артыуы күҙәтелгән төбәктәр иҫәбенә инә.  2023 йылда  республикала  туристик инфраструктураны үҫтереүгә 1,5 миллиард һумға яҡын федераль аҡса бүленде.

Башҡортостан туризм өлкәһендә инвестиция башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн  уңайлы ҡорамалдар (инструменттар) булдыра. Республика Башлығы инвестиция сәғәттәре сиктәрендә проекттарҙы шәхсән үҙе ҡарай һәм уларға ярҙам итеү тураһында ҡарар ҡабул итә, сөнки туризмды үҫтереү – был киләсәккә инвестициялар һәм хәҙер эш урындары булдырыу. Туристик хеҙмәттәр һәм инфраструктура сифатын күтәреү төбәккә аҡса (күләме, килеме)  ағымын арттырасаҡ.

Туризм үҫешенә шулай уҡ  Радий Хәбиров ярҙамында булдырылған “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек”, мәктәп һәм сәнәғәт туризмы  программалары булышлыҡ итә.

Фото БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәтенән алынды.

Роза САФИНА.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас