Кадрҙар бүлеге начальнигы Ольга Анатольевна Белова һөйләүенсә, «Юл төҙөкләндере идаралы» муниципаль бюджет учреждениеһы мәшғүллек хеҙмәте ойошторған йәрминкәләрҙең барыһында ла әүҙем ҡатнашып килә. Бында бигерәк тә юл эшселәренә ҡытлыҡ, бөгөнгө көндә 100 буш урын бар.
«Мин -сауҙагәр, беҙ һатабыҙ һәм ылыҡтырабыҙ» - ти Ольга Белова. Бөгөн бында сәскә үҫтереүселәр. юл хеҙмәткәрҙәре, водителдәр, трактористар, машинистар, механиктар, электромонтерҙар, урман ҡырҡыусылар, асфальт түшәүселәр һәм башҡалар кәрәк. Сәскә үҫтереүсе һөнәрен күберәген хаҡлы ялдағылар һайлай икән.Апрелдән көҙгә тиклем улар ваҡытлыса эшләп, кышын төрлө ял йорттарында, шифаханаларҙа рәхәтләнеп сәләмәтлектәрен нығыталар. Шулай уҡ әлеге буш урындарҙы ла ваҡытлыса эшләгән студенттар, мәктәп уҡыусылары сентябргә тиклем тултыра. Был йәһәттән 18-се һөнәрселек училищеһы һәм 77-се лицей менән яҡшы бәйләнеш булдырылған. Сәскә үҫтереүселәр 35 мең һум эш хаҡы алһа, юл эшселәре 25 мең ала, водитель, трактористаҙың эш хаҡы ла 40-45 мең һум тәшкил итә. Ишеү итмәһә бында 13-сө эш хаҡы ла бар. Профсоюз ярҙамында ҡайһы бер ҡиммәттәр һаҡланған тиергә була. Әйтәйек, юбилярҙарҙы ҡотлау, йәштәргә никахлашҡанда ла ярҙам ҡаралған. Әйткәндәй, үҫмерҙәрҙе бында 17 йәштән эшкә алалар, уларҙың эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡараҡ та икән әле. Бер һүҙ менән әйткәндә, эшләйем тигән кешегә ҡалабыҙҙа эш етерлек бит ул. Бары тик ялҡау булмаҫҡа ғына кәрәк.
Римма ҒӘЛИМОВА.