Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль , 11:52

Кредитҡа миллион һум алып, мутлашыусыларға күсерергә теләгән

Өфөлә йәшәүсе 36 йәшлек ҡатын мутлашыусыларға миллион һум күсерә яҙған. Мутлашыусылар һаман да үҙ эшен телефон аша ҡыла, был юлы ла шулай булған.

Кредитҡа миллион һум алып, мутлашыусыларға күсерергә теләгән
Кредитҡа миллион һум алып, мутлашыусыларға күсерергә теләгән

Үҙен банктан шылтыратыусы итеп танытҡа “хеҙмәткәр” ҡатынды билдәһеҙ кешеләр уның исеменән ҙур суммаға кредит алырға йөрөүҙәрен хәбәр итеп ҡотон ала.

Ялған банк хеҙмәткәре ҡатындың ҡармаҡҡа әләгеүен һиҙә һалып мцутлашыусыларҙан алдараҡ кредит алырға тәҡдим итә һәм хәүефһеҙ иҫәпкә күсереп һаҡлап ҡалырға этәрә.

Ҡото осҡан ҡатын банктан барып кредит ала, әммә аҡсаны сит иҫәпкә күсерер ваҡыт еткәс туҡталып ҡала. Күрәһең аферистар тоҙағына әләккәнен һиҙеп ҡала һәм полицияға мөрәжәғәт итә.

Мутлашыу ваҡиғаһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Кредитҡа миллион һум алып, мутлашыусыларға күсерергә теләгән
Кредитҡа миллион һум алып, мутлашыусыларға күсерергә теләгән
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: