Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль , 18:20

"Йыл ғаиләһе" конкурсында ҡатнашыусы Корниловтар өсөн тауыш бирәйек

"Йыл ғаиләһе" конукрсында ҡатнашыусы Корниловтар өсөн тауыш бирәйек
"Йыл ғаиләһе" конукрсында ҡатнашыусы Корниловтар өсөн тауыш бирәйек

Ғаилә йылы сайтында "Йыл ғаиләһе" Бөтә Рәсәй конкурсының Федераль этабында ҡатнашыусы ғаиләләрҙең видео яҙмаларына онлайн-тауыш биреү башланды.

Күмертауҙан Корниловтар ғаиләһе Башҡортостан исеменән конкурста ҡатнаша. Уларҙың 10 балаһы бар, һәм ата-әсәләр уларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүҙе дәртләндерә. Балалар спорт, музыка, һүрәт төшөрөү менән шөғөлләнә, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Альбина Корнилова "Герой-әсә" исеме һәм "Әсәлек даны" миҙалы менән наградланған.

Һеҙ Ғаилә йылы сайтында Корниловтар ғаиләһе өсөн тауыш бирә алаһығыҙ. Онлайн-тауыш биреү 31 июлгә тиклем дауам итә, иң күп тауыш йыйған видео яҙма еңеүсе була.

Конкурс Рәсәйҙә Ғаилә йылының төп ваҡиғаларының береһе булып тора, унда 89 финалсы ҡатнаша. Сара ойоштороусылары булып ғаиләләргә ярҙам итеүсе ведомстволар һәм фондтар сығыш яһай. Йыл һайын конкурста меңәрләгән ғаилә ҡатнаша.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: