Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль , 14:02

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам мәсьәләләре буйынса чат-бот яңыртылды

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары мәсьәләләре буйынса чат-бот яңыртылды. Актуаль мәғлүмәт ҡануниәттәге һуңғы үҙгәрештәргә ярашлы урынлаштырылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, телеграмдағы чат-бот 2022 йылдың көҙөндә эшләй башланы. Уны министрлыҡтар һәм дәүләт комитеттары менән берлектә Республикаға идара итеү үҙәге әҙерләгән. Сервиста хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү сараларын асыҡларға мөмкин. Бот менюһы тормоштағы хәлдәргә ҡарап бүленгән.

Әйткәндәй, Башҡортостанда махсус хәрби операцияларға ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 30-ҙан ашыу ярҙам сараһы бар. «Башинформ»дың ошо материалында контрактсыларға ярҙам итеү саралары тураһында белергә була.

 Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләүселәр түбәндәге телефон һандары буйынса шылтыратып белешә ала:

8 (917) 462 89-17; 8(3473) 20-61-51 - Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районының хәрби комиссариаты (Хоҙайбирҙин урамы, 118, 19-сы бүлмә).

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-07-10/respublikala-mahsus-h-rbi-operatsiyala-atnashyusylar-a-yar-am-m-s-l-l-re-buyynsa-chat-bot-ya-yrtyldy-3843486

 

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: