Ашҡаҙар
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июль , 13:10

Путин бығаса булмаған һәләкәткә әҙерләнә

Рәсәй президенты Владимир Путин яңы глобаль бығаса булмаған һәләкәттең башланыуының ҡотолғоһоҙ булыуын аңлай. Был хаҡта "Мәскәү һөйләй" радиоһы эфирында билдәле Рәсәй иҡтисадсыһы Михаил Хазин һөйләне, тип хәбәр итә ИА DEITA.RU.

Уның һүҙҙәренсә, Рәсәй лидеры донъя доллары системаһының тарҡалыу сигендә булыуын һәм уның емерелеүе яҡын арала буласағын яҡшы аңлай. Шуға бәйле, эксперт Фекеренсә, Путин  АҠШ-та финанс баҙарҙары емерелгәндән һуң донъяла башланасаҡ бығаса булмаған һәләкәткә әҙерләнә. Был планета масштабындағы катаклизм буласаҡ, тип иҫәпләй Хазин. Ысынында, белгес аңлатыуынса, һүҙ 30-сы йылдарҙағы бөйөк депрессияның глобаль масштабта ғына ҡабатланыуы тураһында барасаҡ. Бындай ҙур иҡтисади һәләкәтте донъя әле кисермәгән, тип билдәләне эксперт. Хазин һөйләүенсә, яңы глобаль көрсөк башланғас, уның эҙемтәләре һәм сығымдары Рәсәй өсөн тейешле кимәлдә үтһен һәм илебеҙ етди зыянды булдырмаһын өсөн, Путин АҠШ менән бөтә артыҡ бәйләнештәрҙе алдан уҡ өҙөп ҡуя.

Сығанағы: https://deita.ru/article/555390?ysclid=lyo40i5sd7366806479 © DEITA.RU

 

Путин бығаса булмаған һәләкәткә әҙерләнә
Путин бығаса булмаған һәләкәткә әҙерләнә
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: