+30 °С
Болотло
Тау өҫтөнә ҡуйы томан ятты,
Томандар ҙа яйлап тарала.
Кемдер берәү Яңы йыл ҡаршылай,
Кемдер берәү ауыр ярала…
Кисә генә «һуғыш» уйнай инек,
Бөгөн күрҙек ысын һуғышты.
Бөгөн дуҫты яуға оҙатҡанда,
Әллә ниңә күңел тулышты…
Марсель ХАММАТОВ.