Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июль , 09:05

Яуаплы мөнәсәбәт өсөн рәхмәт!

Хөрмәтле сауҙа хеҙмәткәрҙәре! Һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!

Хәҙерге заманда сауҙа өлкәһе иҡтисадтың төп тармаҡтарының, халҡыбыҙҙың именлеге күрһәткестәренең береһе булып тора.  Сауҙа хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте һәр ҡала кешеһенең көндәлек тормошонда сағылыш таба, ул һәр ваҡыт күҙ алдында.

Көн һайын Стәрлетамаҡ халҡына һәм ҡала ҡунаҡтарына төрлө тауарҙар һәм хеҙмәттәр тәҡдим итәһегеҙ. Барлыҡ сауҙа  хеҙмәткәрҙәренә профессионализмы, эшмәкәрлегенә яуаплы мөнәсәбәте өсөн рәхмәт белдерәм. Күп һанлы республика һәм федераль наградалар Стәрлетамаҡта сауҙа өлкәһе хаҡлы рәүештә илебеҙҙә иң яҡшыларҙың береһе тип иҫәпләнеүе хаҡында һөйләй.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек һәм эшегеҙҙең сәскә атыуын теләйем. Эш һәр ваҡыт һеҙгә  тотороҡло килем һәм  һатып алыусыларҙың рәхмәтле йылмайыуҙарын килтерһен! 

Рөстәм ҒӘЗИЗОВ, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

 

Яуаплы мөнәсәбәт өсөн рәхмәт!
Яуаплы мөнәсәбәт өсөн рәхмәт!
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: