Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль , 16:37

Һыу ҡайтыр ул. Үткән ғүмеркәйҙәр генә кире ҡайтмаҫ...

с Һуңғы биш йылда Башҡортостанда иҡтисад өлкәһенә генә түгел, мәҙәни мөхиткә лә ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Мәләүез районында  “Нөгөш буйҡайҙары аҡ томан” тигән 2-се район-ара йыр һәм бейеү фестивале гөрләп үтеүе быға асыҡ миҫал.

Һыу ҡайтыр ул. Үткән ғүмеркәйҙәр генә кире ҡайтмаҫ...
Һыу ҡайтыр ул. Үткән ғүмеркәйҙәр генә кире ҡайтмаҫ...

Һыу ҡайтыр ул. Үткән ғүмеркәйҙәр генә кире ҡайтмаҫ...

Һуңғы биш йылда Башҡортостанда иҡтисад өлкәһенә генә түгел, мәҙәни мөхиткә лә ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Мәләүез районында  “Нөгөш буйҡайҙары аҡ томан” тигән 2-се район-ара йыр һәм бейеү фестивале гөрләп үтеүе быға асыҡ миҫал.

Шуныһы шатлыҡлы, әүҙем йәмәғәтсе, билдәле блогер, һөнәре буйынса технарь (белеме буйынса нефтсе, әле Себер тарафтарында эшләп йөрөй), әммә ҡәлебе менән, булмышы менән тәрән лирик хисле, рухлы егет Инсаф Сәлихов ойошторған рух байрамы йылдан-йыл халыҡ күңелен яулай бара.  Инсаф Сәлиховты быға тиклем үҙен күргәнем булмаһа ла, исеме “Бәйләнештә” төркөмөндәге аҡыллы, фәһемле постары аша  таныш ине. Тәү ҡарашҡа мәҙәни, әҙәби  мөхиттән ситтә торған кеше гөрләтеп шундай фестиваль уҙғарырға йөрьәт итһенсе әле!

Ҡайҙарҙан ғына килеп етмәгән ҡунаҡтар! Алыҫ тип тормағандар, Әбйәлилдән дә, Өфөнән дә, Ейәнсуранан, Күгәрсен, Федоровка, Ишембай,
Көйөргәҙе, Сәрлетамаҡтан, Стәрлебаш, Сибайҙан, Баймаҡтан, Хәйбулланан,  башҡа күрше-тирә райондарҙан тыш, Ырымбур өлкәһенән дә, хатта Сочи ҡалаһынан да дәррәү килеп еткәндәр! Әлбиттә, бындай саранан Стәрлетамаҡ ағинәйҙәре лә ситтә ҡалманы! Вәсилә Халиҡова етәкселегендәге ағинәйҙәр төркөмө лә  бер автобус булып, үҙҙәренең йыр-моң күстәнәстәрен тейәп килеп етте.

Иртән иртүк фестивалгә килеүселәрҙе тәмле-тәмле аштар, былау бешереп көтөп торалар ине. Алыҫ араларҙы яҡын итеп килеп еткән һәр кемде яҡты сырай менән ҡаршы алып, ҡунаҡ итеп, сәхнә түренә саҡырҙылар.

Фестивалдең оло ҡунағы РФ Дәүләт Думаһы депутаты, республиканың Ирҙәр ҡоро етәксеһе  Зариф Байғусҡаровтың, “Тамыр” телеканалы директоры  Гөлназ Ҡолһарина, Сочи ҡалаһынан килгән милләттәштәребеҙ Ривал һәм Фәниә Рафиҡовтарҙың ҡатнашыуы йыйындың мәртәбәһен күтәреп ебәрҙе.

Тәүге һүҙҙе абруйлы ҡунағыбыҙ Зариф Байғусҡаров алды.- Радий Хәбиров етәкселек иткән йылдарҙа мәҙәни мөхит үҫешеп кенә ҡалмай, шул уҡ ваҡытта мәҙәни объекттар ҙа  үҫтерелә, - тине Зариф Закир улы. –  Халыҡҡа кәрәк бит ул йыр-моң, шиғриәт йыйыны. Көн элгәре сара уҙғарыласаҡ урынды күсереү менән шөғөлләндек. Өҫтән яуып тороуға ҡарамаҫтан, төрлө тарафтарҙан килеп еткәндәр, рәхмәт.

Туҡтауһыҙ яуып торған ҡойма ямғырҙар арҡаһында йылғалар шашып ташыуы бер кемгә лә яңылыҡ түгел. Фестиваль “Башҡортостан милли паркындағы Түбәнге Таш ауылында уҙғарылырға тейеш ине, әммә төнө буйы баҫып яуған ямғыр иртәнсәк тә һис  туҡтарға уйламаны. Нөгөш һыуһаҡлағысы шлюздарҙы асҡас,  Нөгөш бик ныҡ ташҡан. Төрлө тарафтарҙан ҡунаҡтар саҡырылған, байрамды кисектереп тә булмай, шуға сараны ойоштороусылар  фестивалде Мәләүез районы Әбет ауылы мәҙәниәт йортона күсерергә булған. Унда сығыш яһау өсөн тейешле шарттар булдырылғайны – мәҙәниәт йорто эсендә лә, тышҡы сәхнә лә әҙер.

“Көн яманы бөтөр, әҙәм яманы бөтмәҫ”,  тип ҡайлай дөрөҫ әйткән боронғолар. Иң ихлас, көслө рухлыларҙы йыйған был байрамға  хатта тәбиғәт тә ҡаршы тора алманы буғай, Аллаһы тәғәләнең бер мөғжизәһе булдымы  был – төнө буйы яуып, иртәнсәк тә быҫҡаҡлап торған ямғыр ҙа ҡапыл туҡтаны. Гүйә  тәбиғәт тә аңлап тора,  көнө лә ҡояшлап, аяҙытып ебәрҙе, халыҡ менән бергә шатланды. Ниәттәр изге булһа, көнөн дә бирә икән Хоҙай. Ә бит күптәр ямғырҙан ҡурҡып килмәй ҡалдылар.

Байрамға төрлө ерҙән йыйылған халыҡ, береһенән-береһе сағыу сығыштар ҡарап, үҙҙәре лә сығыш яһап, аралашып, танышып, иҫтәлеккә фотоға төшөп, рухи аҙыҡ алып таралышты.

Барыһы ла йөрәк ҡушыуы буйынса эшләнгән, бары тик  бер ҡорға йыйылып, Берләшеү, Берҙәмлек, Туғанлыҡ тойғоларын үҫтергән матур сара булды яҡты уй-хыялдар менән уртаҡлашыуҙы маҡсат итеп ҡуйған был йыйын.

 Йыр-моң, шиғриәт һөйөүселәр өсөн ойошторолған фестиваль бик матур үтте. Сара шуныһы менән үҙенсәлекле: бында бер ниндәй сәйәсәт тә юҡ, үрҙән күрһәтмә йәки ниндәй ҙә булһа программа буйынса ла түгел. Профессиональ сәхнә әһелдәренән айырмалы булараҡ, бында сығыш яһарға килеүселәр  ошо сарала аҡса эшләү уйы менән килмәгән,  ә ни бары йөрәгендә тулаған хис-тойғолары, яҡты уйҙары менән уртаҡлашырға килгән.

Зариф Байғусҡаров:

- “Уйнап-көлөр ваҡытмы ни, тиер ҡайһы берәүҙәр. Халҡыбыҙ бер ҡасан да зарланып ултырмаған, иң ауыр саҡтарҙа ла, һәр ваҡыт йыр-моңдан йыуаныс тапҡан һәм әле лә шулай. Махсус хәрби операция зонаһында ла шулай, яугирҙарыбыҙ төшөнкөлөккә бирелмәй, бер туған ҡустым Әнүәр һөйләүенсә, саҡ ҡына ял итергә туҡтаған арала ла бергә йыйылышып ҡурайҙа уйнап, йырлап алалалар икән һәм был уларҙы берләштерә, көс-ҡеүәт өҫтәй. Бер ҡорға йыйылып, аралашып, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәүгә ни етә!” тип яҙҙы Зариф Закир улы үҙенең сәхифәһендә. – Көнө буйы йыр-моң тынманы, халыҡ ихлас шатланды, ауылдаштар, туғандар, яҡташтар бер-береһе менән аралашып йәненә ял алды. Минең тыуған ауылым да Ағиҙел аръяғында ғына, Күгәрсен районында.
Нәҡ ошо урынды һайлау осраҡлы  түгел, ни өсөн тигәндә,  Әбет ауылы Башҡортостандың иң матур урындарының береһендә Ағиҙел менән Нөгөш  йылғалары араһында урынлашҡан. Башҡорт халыҡ эпосонда бәйән ителеүенсә, Ағиҙел менән Нөгөш – Урал батыр уландарының (балаларының) исемдәре. Фестиваль уҙғарыуҙы хуплап, ҡеүәтләп, уны ойоштороуҙа  ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн Мәләүез районы хакимиәтенә, шәхсән Инсаф ағай Сәлиховҡа һәм уның дуҫтарына оло рәхмәтемде белдерәм. 2025 йылда фестивалдә осрашҡанға тиклем.”

Ошо ҡорҙоң ойоштороусыһы, хужаһы булараҡ, Инсаф Сәлихов бик күп эштәр эшләгәне күҙгә бәрелеп тора. Тик, нисек кенә тырышһаң да, бер яңғыҙыңа бындай сараны уҙғарыуы мөмкин түгел.

 “Ҡунаҡтар таралышты, ә ойоштороусыларҙың эше генә бөтмәне әле. Миләүшә Бикҡужина менән бесән сабып ташланыҡ, Светлана Ураловна менән сәхнәне һүттек. Әбет ауыл советына, Светлана Ураловнаға, Миләүшә Биҡҡужинаға, Флүрә Бикташеваға рәхмәттәрем ҙур.

Был юлы һәр береһенә һый етте тип уйлайым. Рәхмәт әйтер кешеләрем күп. Айырыуса рәхмәтем ҡунаҡтарҙы һыйлау йәһәтенән ярҙам итеп йүгереп йөрөгән туғандарыма, сәк-сәк бешерешкән һәр бер дуҫыма рәхмәт. Тәмле былау бешергән  Тәнзилә Яҡуповаға, аштар бешереп, сәй ҡайнатып ҡунаҡтарҙы һыйлаған ҡәйенбикәләргә, ойоштороу эштәрен башҡарыусы Әлфирә Собханғоловаға, иң ҙур ярҙамсым, ҡатыным Нурия Миңнехан ҡыҙына – ошо матур фестивалде үткәреүҙә тырышлығын һалған теләктәштәремдең  һәммәһенә лә  рәхмәт әйткем килә.

Фестивалде үткәреүҙә ярҙамлашҡан Мәләүез районы һәм ҡалаһы хакимиәтенә, райондың  барлыҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәт! Ысын күңелдән ҙур рәхмәт Зариф Закир улына, Һеҙҙең хәйер-фатихала фестиваль ялт итеп үтте лә китте.
Әлеге лә баяғы, фермерҙарға рәхмәт. Ысын күңелдән ярҙам иттеләр. Ауылдаштарың булмаһа, үткәрерһең үткәрмәй ҙә”, - тип яҙып сыҡты Инсаф Сәлихов үҙенең сәхифәһендә. – “Һиңә нимәгә кәрәк һуң ул ошо?” - тип һорау бирәләр: был минең исемем сыҡһын тип башланған эш түгел: был минең күңел торошом. Был минең тормошҡа ҡарашым, халҡыма, еремә, илемә, телемә ҡарашым. Былтырғы үткән фестивалебеҙ быйылғы фестивалгә ҙур этәргес булды. Ярҙам итәбеҙ тип тороусылар күбәйҙе,  Аллаһыма шөкөр. Мәләүез ҡалаһы предприятиелары, “Клен”, ит комбинаты, һөт-консерва комбинаты, “Аҡ тирмән” ЯСЙ үҙ ярҙамдарын күрһәтте лә инде. Фестивалгә үҙ продукцияһын алып сығасаҡ “Аҡ тирмән”дең продукцияһына иҫебеҙ китте. Ассортименттың байлығын күреп аптыраныҡ.
Һөт-консерва комбинаты директоры Лариса Малахова былтыр ҙа беҙҙең фестивалгә ныҡ иғтибар бүлгәйне. Быйыл инде Лариса Георгиевна һоҡланыуын йәшермәне. Ҙур, кәрәкле, халыҡ аңын күтәреүгә булышлыҡ итеүсе ошондай фестивалдәрҙең әһәмиәте тураһында оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырҙыҡ.”

Бына шулай гөрләп үтте  Ғаилә һәм  тәбиғәт, Тыуған ил, мөхәббәт, дуҫлыҡ тураһындағы фестиваль. Бында килгән бер кем дә иғтибарҙан ситтә ҡалманы – сара аҙағында һәр ҡатнашыусыға бүләктәр әҙерләп, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкәләп  оҙатып ҡалдылар.

Мәләүездең ҡунаҡсыл халҡын, ерен күреп, гүзәл тәбиғәтенә һоҡланып ҡайттыҡ. Инсаф Фәрғәт улы  үҙе әйткәнсә, “Һыу ҡайтыр ул. Ярҙарына ҡайтмаған йылға булмай. Үткән ғүмер генә кире ҡайтмаҫ.” Тәбиғәт ҡосағындағы бер көн бер йылға етерлек йылыһын, энергияһын, ялын бирҙе.

“Кәңәшле ил тарҡалмаҫ”, ти халыҡ мәҡәле.  Эйе, башҡарылған эштәрҙе уртаға һалып һөйләшеп, кәңәшләшеп эшләүгә ни етә!? Әлбиттә, һәр башланғыс та  шыма ғына булмай.  Инсаф Сәлихов үҙе әйтмешләй, “Эҙләһәң, йомортҡанан да йөй табырға була, тигәндәй. Һәр үткәрелгән саранан һуң тәнҡит, тәҡдимдәр булыуы –  ғәҙәти хәл.” Әйтелгән тәҡдимдәр, кәңәштәр, теләктәр, булған хаталарҙы иҫәпкә алып, киләһе йылдарҙа ла шулай тыныс ҡына, бер тынала гөрләтеп үткәрергә яҙһын. Иң мөһиме, был изге башланғыс дауамлы булһын, ойоштороусанлыҡ дәрте һүнмәһен, һүрелмәһен! Берҙәмлеккә ни етә!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Мәләүез – Стәрлетамаҡ.

Һыу ҡайтыр ул. Үткән ғүмеркәйҙәр генә кире ҡайтмаҫ...
Һыу ҡайтыр ул. Үткән ғүмеркәйҙәр генә кире ҡайтмаҫ...
Һыу ҡайтыр ул. Үткән ғүмеркәйҙәр генә кире ҡайтмаҫ...
Һыу ҡайтыр ул. Үткән ғүмеркәйҙәр генә кире ҡайтмаҫ...
Һыу ҡайтыр ул. Үткән ғүмеркәйҙәр генә кире ҡайтмаҫ...
Һыу ҡайтыр ул. Үткән ғүмеркәйҙәр генә кире ҡайтмаҫ...
Һыу ҡайтыр ул. Үткән ғүмеркәйҙәр генә кире ҡайтмаҫ...
Һыу ҡайтыр ул. Үткән ғүмеркәйҙәр генә кире ҡайтмаҫ...
Һыу ҡайтыр ул. Үткән ғүмеркәйҙәр генә кире ҡайтмаҫ...
Һыу ҡайтыр ул. Үткән ғүмеркәйҙәр генә кире ҡайтмаҫ...
Һыу ҡайтыр ул. Үткән ғүмеркәйҙәр генә кире ҡайтмаҫ...
Һыу ҡайтыр ул. Үткән ғүмеркәйҙәр генә кире ҡайтмаҫ...
Һыу ҡайтыр ул. Үткән ғүмеркәйҙәр генә кире ҡайтмаҫ...
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: