– “Башҡорт ихаталары” – ихата биләмәләрен төҙөкләндереү һәм яңыртыуҙың 2019 йылдан алып эшләп килгән шәп механизмы. Был күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртыусы, уларҙың ихтыяждарын иҫәпкә алыусы комплекслы программа. Эш башлар алдынан һорау алыу мотлаҡ рәүештә үткәрелә, - тип һөйләй программа менән яҡынданыраҡ таныштырып Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Риф улы Ғарифуллин.
Йәмәғәт-торлаҡ контроле етәксеһе Булат Вәлиев күп фатирлы йорт ихаталарын ремонтлағанда һәм төҙөкләндергәндә фәҡәт ниндәй эштәр башҡарылыуы тураһында аңлата. Улар араһында – йорттарға инеү урындарын асфальтлау, тротуарҙарҙы ремонтлау, бордюрҙарҙы ҡуйыу һәм алмаштырыу, яҡтылыҡ биреү ҡоролмаларын урынлаштырыу һәм башҡалар.
Контейнер майҙансыҡтары, видеокүҙәтеү системалары һәм ял итеү зоналары тураһында ентекләберәк аңлатыуын һорап, Булат Бәхти улына мөрәжәғәт итәбеҙ.
– Һүҙҙе балалар һәм спорт майҙансыҡтарынан башлайыҡ. Улар хәүефһеҙ резина япма ҡулланып йыһазландырылған.
Әлбиттә, сүп контейнерҙары майҙансыҡтары, видеокүҙәтеү системалары ҡоролмалары ла онотолмай. Ял итеү зоналарында эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары ҡуйылды. Ихаталарҙы йәшел үҫентеләр биҙәй.
“Башҡорт ихаталары” программаһына нисек инергә һуң?” тигән һорауға етәксе былай тип яуапланы:
– Программаға инеү биш критерий нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Иң мөһиме – йорт хужаларына һәм ҡуртымға алыусыларға финанс дисциплинаһын ҡәтғи үтәргә кәрәк, йәғни торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләп барырға кәрәк.
Проектты тормошҡа ашырыу өсөн ойошмалар һәм бағыусылар өлөшө (материалдар,аҡсалар), халыҡ яғынан берлектә финанслау кимәле иҫәпкә алына. Шулай уҡ, күп фатирлы йорттар биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн тауыш биреүҙә ҡатнашҡан милекселәрҙең өлөшө һәм был проблеманы хәл итеүгә комплекслы ҡараш иҫәпкә алына.
Әммә, дөйөм алғанда, “Башҡорт ихаталары” программаһы республика һәм урындағы бюджет аҡсаһы иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Төҙөкләндерелгән ихатаны күргәндән һуң шундай һығымта яһарға була, барыһынан бигерәк, бындай үҙгәрештән йәштәр менән өлкән быуын кешеләре ҡәнәғәт, ни тиһәң дә, үҙ-ара аралашып күңелде бушатыр урын бар бит.
Тонсоу кухняла ултырғансы, саф һауаға сығып шахмат, шашка уйнарға, гәзит-журналдар уҡырға була. Элеккегә яңынан әйләнеп ҡайтабыҙ, күрше-тирә менән аралаша башланыҡ. Бергәләп рәхәтләнеп ял итер өсөн беҙҙе дөйөм ихата берләштерә, тигән фекерҙә, мәҫәлән, Ленин проспектындағы 87-се йортта йәшәүселәр.
Төҙөкләндерелгәндән һуң үҙенә саҡырып торған ихатала йәштәр бер урынға йыйылышып, матур итеп күңел аса, ҡыҙҙар селфи эшләй. Йәш рәссамдар һүрәт төшөрә. Егеттәр тренажерҙарҙы һынап ҡарай. Бала-саға сыр-сыу килеп ағас аттарҙа ҡалҡанбаш эйә. Шундай матур ихата булғанда өйҙә ултырып сыҙап буламы һуң!? Ишек алдында дуҫтар көтә.
Роза САФИНА.
Фотолар ҡала хакимиәте сайтынан алынды.
: