Ашҡаҙар
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Август , 11:55

500 МЕҢ ҺУМЫН МУТЛАШЫУСЫЛАРҒА КҮСЕРЕП ТОРҒАНДА...

Аталған һайын ошо теманы күтәрәһегеҙ тип бәлки дәғүә лә белдерерһегеҙ, хөрмәтле дуҫтар, әммә ҡабатлағандан доға иҫкермәй тигендәй, көн һайын электрон йәки дистанцион мутлашыу осраҡтары була тороп, уға әленән әле әйләнеп ҡайтыу дөрөҫ булыр. Шулай ҙа был юлы һүҙҙе яҡшы тамамланған ваҡиға менән башлап китмәксебеҙ. Ошо көндәрҙә Башҡортостан республикаһы буйынса эске эштәр министры мутлашыуҙы иҫкәрткән шәхси һаҡ предприятиеһы хеҙмәткәрен бүләкләне. Валерий Чипизубов банкоматтарҙа ярты миллион һумлыҡ финанс операцияһы үткәрергә маташҡан тулҡынланған ҡатынды күреп ҡала.

 

Дежур иткән ваҡытта сауҙа үҙәгенең банкомат зонаһын тикшергәндә күреп ҡала ул ҡатынды. Ҡорбан кемдер менән телефон аша оҙаҡ һөйләшә һәм аҡса күсереү операцияларын башҡарырға тырыша. Валерий Иванович шунда уҡ уның телефон аферистары йоғонтоһонда булыуын фаразлай һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыра. Улар килгәнгә тиклем Валерий Чипизубов бер кемгә лә аҡса күсермәүҙәрен һорай. Урынға килгән тәртип һаҡсылары зыян күреүсене уны мутлашыусылар алдай тип ышандыра.

Артабанғы тикшереү барышында 74 йәшлек ҡатынға билдәһеҙ кешеләр шылтыратыуы һәм булған аҡсаны һаҡлап ҡалыу өсөн уларҙы “хәүефһеҙ иҫәп-хисаптарға” күсерергә кәрәклеге хаҡында хәбәр итеүҙәре асыҡлана. Телефон мутлашыусыларының күрһәтмәләрен теүәл үтәп, ҡатын банкҡа юллана, унда 500 мең һумдан ашыу аҡсаһын ала. Артабан ул “Үҙәк” сауҙа үҙәгенә бара, уға күрһәтелгән иҫәпкә аҡса һалырға кәрәк була.

Әлеге ваҡытта был факт буйынса РФ Енәйәт Кодексының  159-сы статьяһының 30-сы өлөшөнөң 3-сө статьяһы буйынса мутлашырға маташыу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған. Башҡортостан республикаһы буйынса Эске эштәр министры полиция генерал-майоры Александр Прядко сауҙа үҙәгенә килеп, Валерий Иванович Чипизубовҡа рәхмәт хаты тапшырҙы.

500 МЕҢ ҺУМЫН МУТЛАШЫУСЫЛАРҒА КҮСЕРЕП ТОРҒАНДА...
500 МЕҢ ҺУМЫН МУТЛАШЫУСЫЛАРҒА КҮСЕРЕП ТОРҒАНДА...
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: