“Ашҡаҙар” гәзитенә яҙылыусылар араһында һуңғы ярты йыллыҡ буйынса отош уйыны тамамланды. Был юлы иң шәп бүләк – велосипед кемгә эләкте тиһегеҙме? Әлбиттә, Ниязға! “Ә ниңә фәҡәт Ниязға, Алһыуға йәки Динәгә түгел?” тип тә һораусылар булыр. Беренсенән, ҡыҙҙарҙың велосипеды бар инде, ә бына Ниязға нығыраҡ кәрәк. Сөнки ул, йәйге каникул ваҡытында бер аҙ аҡса эшләп алырға булған. Листовкалар таратыу һ.б. эштәр менән мәшғүл. Шуға күрә уға был эштә велосипед ҙур ярҙамсы буласаҡ.
“Беҙгә бер ҡасан да уңыш еңел генә бирелмәне. Әле бына велосипед отҡас, ышанмайыраҡ торҙоҡ. Ошо йәшкә етеп тәүге тапҡыр оттоҡ, - ти Нәзировтар - “Ашҡаҙар”ҙы 2007 йылдан алып, йәғни Стәрлетамаҡҡа күсеп килгәнебеҙ бирле уҡыйбыҙ, балалар ҙа яратып уҡый. Үҙебеҙ бәләкәйҙән гәзит уҡып үҫкәс, гәзитһеҙ тормошто күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Ни тиһәң дә, гәзит аша донъя хәлдәре менән танышаһың, кәрәкле яңылыҡтар, ҡыҙыҡлы хикәйәләр, район тормошон күҙәтеп барабыҙ”.
Был күркәм ғаилә тарихына килгәндә, улар Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда таныша. Икеһе бер факультетта белем ала, Айгөл сит телдәр буйынса – инглиз һәм немец телдәрен өйрәнһә, Азамат башҡорт һәм ғәрәп телдәре серҙәренә төшөнә. Азамат үҙе Ғафури районы Ҡауарҙы ауылы егете, ә Айгөл – Күгәрсен районы Бикбулат ауылынан.
Айгөл Шамил ҡыҙы Яңы Отрада мәктәбендә сит телдәр уҡытыусыһы булып эшләй – балаларға инглиз һәм немец телдәрен өйрәтә. Ғаилә башлығы Азамат Мәүлимбирҙе улы иһә байтаҡ йылдар (алты йыл) Стәрлетамаҡ педагогия академияһында хужалыҡ эштәре буйынса проректор йөгөн тартҡан, 2018-19 йылдарҙа коммуналь “ЭкоСити” ЯСЙ барлыҡҡа килгәс, конкурс буйынса шунда инженер-эколог булып эшкә күскән.
Әйткәндәй, был егәрле, бар яҡтан да килгән ғаилә бынан туғыҙ йыл элек Стәрлетамаҡ районы Байраҡ ауылында ағастан өй һалып ингән. “Үҙебеҙ ауылда үҫкән кешеләр булараҡ, балаларыбыҙҙы ла ауылса мөхиттә тәрбиәләгебеҙ килде”, - ти Нәзировтар. – Иркен итеп уйнап үҫһендәр. Ошоларҙы уйланыҡ та, ҡала уртаһында һәүетемсә генә йәшәп ятҡан ерҙән өй һалырға булдыҡ. Мунса, баҡса, эт, бесәй – бына нимәләр нимәләр мөһим күп балалы ғаилә өсөн! Көнө буйы аҡса эшләп ҡайтҡас, баҡсала эшләйбеҙ,” – тип шаярта улар бер тауыштан. – Үҙ йортоңда эшһеҙлектән йонсоп ултырырға ваҡыт юҡ. Ҡош-ҡорт та тотабыҙ. Нияз улыбыҙ инде үҙенә яратҡан шөғөл тапты – листовкалар, иғландар таратыу кеүек эштәр менән мәшғүл. Нияздың йәнә бер яратҡан төп шөғөлө бар – шашка уйнау. Балалар баҡсаһына йөрөгән сағында уҡ уйнай башлағайны, үҙебеҙ өйрәтһәк тә, аҙаҡ үҙебеҙ унан еңелә башланыҡ. Ҡала, республика кимәлендә ярыштарҙа һәр саҡ еңеү яулай, ун бишләп миҙалы бар. Нияз быйыл ҡаланың 3-сө башҡорт лицейында 8-се класты бөткән, ә кинйә ҡыҙыбыҙ Алһыу быйыл Отрада мәктәбенә 8-сегә бара, - тип таныштыра ғаилә томошо менән әсәләре. – Динә спорт ориентирлашыуы менән шөғөлләнә, ул да һәр саҡ алдынғы урындар алып килә. Шулай уҡ бейергә ярата, шулай уҡ фотоға төшөрөү менән ҡыҙыҡһына. Алһыу ҡыҙыбыҙ ҙа бейей, башҡорт һәм шәреҡ бейеүҙәре менән конкурстарҙа ҡатнашабыҙ, йыш ҡына бейеүҙәр менән Өфөгә йөрөйбөҙ. Шөкөр, балаларыбыҙ өсөһө лә тик “биш”ле билдәләргә генә өлгәшеп һөйөндөрөп тора. Ҙур талаптар ҡуймаһаҡ та, әрләмәһәк тә, үҙҙәре тырышып уҡый. Мин бары дәртләндереп кенә торам!
Нәзировтарҙың оло ҡыҙҙары Динәнең олимпиадаларҙағы, ГТО буйынса еңеүҙәре өсөн миҙалдары, БР мәғариф министры ҡулынан алған Маҡтау ҡағыҙҙары бар. Быйыл, Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы биреп, документтарын бер юлы Мәскәүҙәге ике вузға, шулай уҡ Өфөгә тапшырғандар. “Өйҙә” уҡыуы яҡшыраҡ тип, Өфө нефть-техник университетының архитектура һәм төҙөлөш факультетын һайларға уйлайҙар.
Шөкөр, үҙҙәре лә өлгөлө атай һәм әсәй балаларына ла дөрөҫ һәм төплө тәрбиә бирә. Ике яҡтан да ауылда олатай-өләсәйҙәре лә иҫән. Балаларға ауылға ҡайтып, тәбиғәт ҡосағында ял итеп, ауыл эшенә өйрәнергә лә мөмкинлектәр бар.
Тағы ла шуныһы, был ғаиләлә иң мөһиме – берҙәмлек. Балалар бик татыу, бер-береһенә “апайым”, “ағайым” тип кенә өндәшәләр икән.
Тап Нәзировтар кеүек бар яҡтан да килгән: илһөйәр, телһөйәр, эшһөйәр, рухлы ғаиләләр – милләтебеҙҙең, дәүләтебеҙҙең ныҡлы нигеҙе, ышаныслы терәге.
Рәсәйҙә Ғаилә йылы иғлан ителгән йылда ошондай ғаиләләрҙең булыуы айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Күҙҙәр генә теймәһен үҙҙәренә!
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.