Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Август 2024, 11:40

КҮПМЕ ИҪКӘРТҺӘК ТӘ …

Уҙған тәүлектә Башҡортостан халҡы мутлашыусыларға 14 миллион һум самаһы аҡса күсергән. Республика Эске эштәр министрлығының  дежур бүлегенә 30-ҙан ашыу мутлашыу факты тураһында мәғлүмәт килгән.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының 10-сы полиция бүлегенә пенсионер мөрәжәғәт иткән. Ул билдәһеҙ номерҙан шылтыратыуҙары һәм Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре булып таныштырыуҙары  тураһында хәбәр итә. Мутлашыусылар ғариза биреүсегә смс-кодты әйтергә ҡуша, һәм ул шулай эшләй, шунан һуң һөйләшеү туҡтатыла. Һуңыраҡ мутлашыусылар пенсионерға шылтыратып, уның шәхси мәғлүмәттәренең таралыуы һәм уның исеменә кредит алырға маташыуы тураһында хәбәр итә. Уйлап сығарылған кредиттарҙы «һуғып алыу» өсөн, мутлашыусылар үҙҙәре кредит алырға тәҡдим итә. Ир 500 мең һумдан ашыу суммаға кредит ала һәм, йәнәһе, уларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн, мутлашыусы күрһәткән иҫәптәргә күсерә. Һуңынан мутлашыусылар уға хатта кредитты ябыу тураһында ялған документ ебәрә. Һуңыраҡ мутлашыусылар тағы ла аҡса һорай. Әммә был юлы, өйгә ҡайтып барғанда, ғариза биреүсене иғтибарлы ҡатыны ваҡытында туҡтата. Ул бының нимә икәнен аңланы.Мутлашыуҙың был факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.

БЕЛМӘГӘН КЕШЕЛӘР МЕНӘН АҠСАҒЫҘ ТУРАҺЫНДА ҺҮҘ АЛЫП БАРМАҒЫҘ. БЫЛ ХАҠТА ҺҮҘ СЫҠҺА -ТЕЛЕФОНЫҒЫҘҘЫ БӨТӨНЛӘЙ ҺҮНДЕРЕП ҠУЙЫУЫҒЫҘ ХӘЙЕРЛЕ.

КҮПМЕ ИҪКӘРТҺӘК ТӘ …
КҮПМЕ ИҪКӘРТҺӘК ТӘ …
Автор:Римма Галимова
Читайте нас