Тәүлегенә алты сәғәттән кәмерәк йоҡлаған кешеләр йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына, ваҡытынан алда үлемгә дусар булыуы ихтимал, тип хәбәр итте министр. Йоҡо туймауҙың аҡыл функциялары һәм хәтергә йоғонтоһон тикшереүҙәр дауам итә. Йоҡо етмәүҙең хеҙмәт етештереүсәнлеге күрһәткестәрен 40 процентҡа кәметеү һәм когнитив функцияларға 30 процентҡа артыу йоғонтоһо иҫбат ителгән икән.
Көндәлек физик әүҙемлек йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәшеүҙә үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтә. Даими рәүештә көн һайын 20 минут физик күнегеүҙәр эшләү был хәүефте 30 процентҡа, ә метаболизм боҙолоу ихтималлығын 50 процентҡа кәметергә мөмкинлек бирә.
Түбән физик әүҙемлек һимереүгә лә килтерә, ә ул, үҙ йәһәтендә, онкология ауырыуҙарының 12 төрөн барлыҡҡа килеү хәүефен арттыра.
Бынан тыш, һаулыҡ һаҡлау министры иғтибарҙы диетаны үҙгәртеү аша яман шеште иҫкәртеүгә йүнәлтә. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, эшкәртелгән иттән баш тартыу һәм ҡыҙыл ит ҡулланыуҙы кәметеп, күберәк йәшелсә ашау йыуан эсәк яман шеше осраҡтарының яртыһынан ашыуын иҫкәртә ала икән.
Алкоголь ҡулланыуҙы кәметеү һәм B гепатитына ҡаршы вакцина эшләтеү бауыр яман шешенең 80 процентҡа тиклем осраҡтарын булдырмаҫҡа ярҙам итәсәк.
Р.САФИНА.